Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь йәштәренең форумы дауам итә. Сараны тантаналы асҡандан һуң ҡатнашыусылар проблемаларҙы анығыраҡ тикшереү өсөн тематик тректарға таралышты. "Мин – патриот" тематик трекы сиктәрендә “Рәсәй-Белоруссия йәштәренең үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен тикшереү (патриотик тәрбиә)” стратегик сессияһы үтте. Эксперттар менән аралашҡандан һуң ҡатнашыусылар алған белемдәрен практикала файҙалана башланы. Улар патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрендә Рәсәй һәм Беларусь йәштәренең үҙ-ара килешеп эш итеү нөктәләрен табырға тырышты. Стратсессия сиктәрендә йәштәр командаларға бүленде һәм флипчарттарҙа эшләне. Командаларҙың маҡсаты патриотик тәрбиә өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән проект әҙерләү ине. Стратсессияла ҡатнашыусылар, улар араһында төрлө структуралар һәм ведомстволар вәкилдәре (табиптар, хәрбиҙәр, йәштәр комитеттары хеҙмәткәрҙәре) бар, Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы йәштәренең үҙ-ара әүҙем эш итеүенә ҡамасаулаған проблемаларҙы асыҡланы, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн идеялар һәм проекттарҙы әҙерләне. Һәр команда төбәк һәм федераль әһәмиәттәге проблематика әҙерләргә тейеш ине. Төп проблемалар араһында норматив-хоҡуҡи акттарҙың, йәштәр һәм власть араһында диалогтың, мәғлүмәт оҙатыуының, йәштәр тәжрибәһе менән уртаҡлашыу буйынса дәүләт программаларының булмауы, проекттарҙы ойоштороуҙа төрлө системалар һәм ҡараштарҙың булыуы, аҙ бюджетлы проекттарға етерлек ярҙам күрһәтелмәүе аталды. Шулай уҡ әүҙемлектең түбән булыуы, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн берҙәм платформаның, союз дәүләте сиктәрендә грант ярҙамы юҡлығы кеүек мәсьәләләр әйтеп ишеттерелде. Идеялар сифатында ҡатнашыусылар ике илдең тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә, йәштәр сәйәсәте сараларын мәғлүмәт порталын булдырырға, йәштәр ғилми хеҙмәттәшлеген ойошторорға, союздаш дәүләттәргә грант ярҙамы ойошторорға, йәштәр өсөн карьера тректарын үҫтерергә тәҡдим итте. Оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән, фекер алышҡандан һуң командалар йомғаҡтар менән уртаҡлашты - үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы. Юлай Кәримов фотоһы.