Йыл башынан республикабыҙҙың 30 351 кешеһе Дәүләт хеҙмәттәре сайтында электрон белешмә алыуы тураһында хәбәр итә төбәктең Һанлы үҫеш министрлығы. Дәүләт хеҙмәттәре порталында хөкөм ителмәү йәки хөкөм ителеү, йәки енәйәт тикшеререүе туҡталыуы тураһында документҡа заказ биреү мөмкинлеге бар. Бының өсөн шунда уҡ электрон мөрәжәғәт итеү кәрәк. Бындай белешмә эшкә урынлашҡанда, лицензия, ҡоралға рөхсәт , сит ил гражданлығын алғанда, шулай уҡ уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа бала алғанда кәрәк булыуы мөмкин. Башҡортостандың Дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда был хеҙмәт халыҡ араһында бөгөн бик популяр. Уның социаль мөһим хеҙмәттәр федераль исемлегенә инеүе лә осраҡлы түгел. Бының өсөн ведомство сервистың һәр ваҡыт эшләүен хәстәрләй, ә документтың мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта бирелеүен ҡайғырта. Хеҙмәтте ҡулланыусылар өсөн барыһы ла тиҙ һәм уңайлы булырға тейеш. Ғаризаны биреү өсөн паспорт биттәренең фотоһы йәки сканы кәрәк. Унда шәхси мәғлүмәттәр, теркәлеү урыны, ғаилә хәле тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелә. Ғәҙәттә белешмә 30 календар көнө эсендә әҙер була. Уны электрон рәүештә, электрон ҡултамға менән алырға мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса башҡарыла һәм “Һанлы иҡтисад” милли проектының ( национальный проект “Цифровая экономика”) бурыстарына инә. Фото: Башинформ.