Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Асҡын районы һеҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк"

Республиканың район хакимиәте башлыҡтары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ янына йыш барып тора. Ошо көндәрҙә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәрби әҙерлек үткән егеттәребеҙ янында булып ҡайтты. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. – Был ял көндәрендә хәрби часта булдым, унда беҙҙең егеттәр хәрби әҙерлек үтә. Улар “Башҡортостан” исемле мотоуҡсылар полкына ҡарай. Урында шарттар булдырылған, яугирҙәрҙе тәьмин итеү һәм туҡландырыу яйға һалынған. Яугирҙәр махсус хәрби операцияға әҙерләнә – күнекмәләр үтә, физик әҙерлек өҫтөндә эшләй. Уларҙың кәйефе яҡшы, тик Еңеп ҡайтырға тигән маҡсат ҡуя. Яугирҙәр ебәрелгән посылкалар һәм күрһәткән ярҙамы өсөн Асҡын районы халҡына ҡайнар сәләм һәм ҙур рәхмәт әйтте. “Танып” шифаханаһына тапшырылған һыу һәм оргтехника өсөн айырым рәхмәт. Хеҙмәт итегеҙ, туғандар! Асҡын районы һеҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, туғандарығыҙ иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ! Иң мөһиме – иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! – ти яҙған ул. Фото: vk.com