Йәй көнө күптәрҙең отпускылары башлана. Кемдер сит илдәргә бара, диңгеҙ буйында ял итә, икенселәре тыуған яғыбыҙҙың матур урындары буйлап сәйәхәт итә. Ә бына "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков шифалы Тоҙлокүлгә барырға йыйына. Ниндәй Тоҙлокүлме? "Бер нисә йыл Соль-Илецк күленә барып, һаулыҡты нығытырға тура килде. Тик беҙҙең Ейәнсура халҡы ул тирәне бик яратмай ул, “Лутсы Беляевкаға барам, унда таҙа ла, кеше лә күп түгел, ә батҡағының шифаһы шул уҡ", - тип һөйләгәндәрен күп тапҡыр ишетергә тура килгәс, бер йылы эҙләп киттек Беляевка батҡағын. Беҙҙең тирәнән 100 километр тирәһендә урынлашҡан был урын. Бик ҡулай. Иртәнсәк сығып китәһең дә, шифа алып, төштән һуң ҡайтып та етәһең. Ҡыуандыҡтан Ырымбурға барғанда Алабайтал тигән ауылда һулға боролаһың да Жанаталап тигән ауылда тағы һулға китәһең. Новоорловка тигән ауылдың автобус туҡталышы тирәһендә уңға табан юл алаһың һәм дала буйлап елдерәһең генә инде. Унда бер генә юл. Әйтеүҙәренсә, бер нисә йыл элек эшҡыуарҙар был тирәне ҡуртымға алып, аҡса һуҡмаҡсы булған. Әммә барыһы ла бер-бер артлы ҡазаға осраған. Шунан бирле инеү бушлай. Әүлиә рухы һаҡлай изге урынды, тиҙәр. Шуға ла бында тәртип, эсеп йөрөгән кешене күрмәҫһең. Ҡайһы саҡта шаулашһалар, Әүлиә рухы шунда уҡ көн торошон боҙоп яуап бирә икән. Үрҙән тап-таҙа һыулы шишмә ағып төшә, хатта уның тәрәнерәк ерҙәрендә балыҡтар ҙа күренә. Уның исемен дә белмәй инем, әле картаны ҡарап ҡына Тоҙлокүл йылғаһы икәнен асыҡланым. Барһаң, ҡайҙа, нимә эшләргә белмәй йөрөрлөк түгел – халыҡ ихлас, шунда уҡ барыһын да аңлатырҙар. Аҙналап ял иткән кешеләр ҙә осрай, күберәк бер көнгә киләләр. Тик үҙең менән утын-фәләнен алырға онотмағыҙ. Дала, ни тиһәң дә. Шунда уҡ ике торба иғтибарығыҙҙы йәлеп итер. Унда бик ныҡ тоҙло һыу сығып ята. Ҡыҙыҡ өсөн алып килгән ҡыярҙарҙы шул һыуға һалып торғайныҡ, 1-2 сәғәттә тоҙланып та сыҡты. Эргәлә генә тәпәш тау бар, уның түбәһендә – Әүлиә ҡәбере. Хатта ташы ла һаҡланған. Боронғонса уҡый белмәгәс, ҡыйын инде, шулай ҙа мин уны фотоға төшөрөп алдым. Бәлки, уҡыусылар араһында яҙманы тәржемәләүселәр табылыр. Шуныһы ҡыҙыҡ – Әүлиә ҡәберенең тирә-яғында ошондай уҡ бер нисә таш өйөмө күренә. Моғайын, унда ла ҡәберлектәрҙер, тип фаразлаған булдыҡ үҙебеҙсә. Тау түбәнендә шишмә сығып ята, һыуы саҡ ҡына тоҙло, минераль һыуға оҡшаған. Батҡаҡҡа буянып ятҡандан һуң эргәләге күлдә йыуынып сығаһың.Мөмкинлек булып, йәй көнө бер-ике тапҡыр барһаң, әллә ниндәй шифаханаларың да кәрәкмәй инде ул. Мәҫәлән, былтыр бара алмағайныҡ, аяҡ быуындары үҙен һиҙҙерә. Шуға күрә тиҙерәк тыуған яҡҡа, әсәйем, туғандарым янына, унда инде Тоҙлокүлгә, тип ашҡынып йөрөгән көн әле ул", - тип яҙған Артур Хәсән улы. Ә һеҙ отпуск ваҡытында ҡайҙа барырға йыйынаһығыҙ? Фото һәм текст сығанағы: Артур Дәүләтбәков.