Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш спортсылар миҙалдар алып ҡайтҡан

Физик тәрбиә һәм сәләмәт кешеләр – ошо маҡсаттарҙы үҙ алдына “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһы ҡуя. Спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү һәр йәштә лә кеше организмына ыңғай тәьҫир яһай, эмоциональ хәлде яҡшырта, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра. Бөрө спортсылары Благовещенда үткән “Башҡортостан йондоҙҙары” спорт аэробикаһы буйынса республика ярыштарында призлы урындар яулаған. Турнирҙа 6-8 йәшлек иң бәләкәй спортсылар ҡатнашҡан, улар “Йәйғор” балалар ижады үҙәге педагогтары Наталья Фролкина һәм Елена Иванованың тәрбиәләнеүселәре. Спортсылар төрлө номинацияларҙа бөтә почет пьедесталын яулаған – соло, парлы, төркөм сығыштары. Ярыштарҙа ҡатнашыу – ҡиммәтле тәжрибә, был аэробистарға артабан тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото:Бөрө ҡалаһы хакимиәте.