Театрға һәр кем эске ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөрөй. Кемдеңдер драма кисергеһе, илап алғыһы килһә, икенселәр, донъя мәшәҡәттәренән арынып көлөргә, күңел асырға тип билет ала. Мәҫәлән, М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына Хәким Мортазинды ҡарарға тип кенә йөрөгәндәр бар. Ул театрҙа эшләгән осорҙа үҙен шундай оҫта комик итеп күрһәтте, хәҙер ролдәрендә бер һүҙ әйтмәһә лә, барыбер көлгө килә. Моғайын, был оҫталыҡ, тәжрибә билдәһелер... – Шундай оҙон буйлы кешеләр республикабыҙҙың ҡайһы төбәгендә йәшәй? – Мин, руссалап әйткәндә, “южанин”, Башҡортостандың иң көньяғындағы Ейәнсура районы Яңыбай ауылында 1975 йылдың 14 мартында тыуғанмын. Ябай крәҫтиән ғаиләһендә алты баланың иң төпсөгө булып донъяға килгәнмен, тип яҙалармы әле биографияларҙа? (Көлә). Иң бәләкәйе булһам да, иң оҙоно мин. Форсаты сыҡҡанда, атайым менән әсәйем тураһында ла бер нисә йылы һүҙ әйткем килә. Әсәйем Зилә Ғәлимйән ҡыҙы ғүмере буйы һауынсы булып эшләне. Ул үҙ заманы өсөн бик алдынғы ҡарашлы кеше булған. Әсәйем рус мәктәбен тамамлаған, сөнки бала сағы Төркмәнстанда үткән. Русса һәйбәт белгәс, рәсми ҡағыҙҙар, хаттар яҙырға һәм уҡырға тип бөтә ауыл менән уға килә торғайнылар. Әсәйем – ете йыл район депутаты, бер саҡырылыш Юғары совет депутаты ла булған кеше. Шөкөр, ул әле лә иҫән. Атайым Фәрит Хәсән улы тракторсы, бригадир булған. Тик ул ғүмере буйы йөрәк сире менән яфаланған, шуға еңелерәк эшкә күсереп, клуб мөдире итеп ҡуйғандар. Ул да бик алдынғы фекерле кеше булған, сәнғәтте аңлаған һәм яратҡан. Шул заманда клубта 16 парҙан торған бейеү ансамбле төҙөгән! Һәр береһенә бер иштән костюмдар тектергән. Халыҡ театры ойошторған, унда үҙе лә ихлас уйнаған. Уның “Урман шаулай” спектаклен ҡуйған саҡта үҙ аҡсаһына немец офицеры формаһын тектергәнен һәм бик ышандырырлыҡ итеп шул ролде уйнағанын күптәр хәтерләй ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайымды хәтерләмәйем. Мин туғыҙ айлыҡ ҡына саҡта ул инфаркттан үлеп ҡалған. Әсәйем 33 кенә йәштә алты бала менән тол ҡалған. Атайымдың әсәһе, минең ҡарсәйем (беҙҙең яҡта өләсәйҙе шулай тиҙәр) менән улар ғүмер буйы бергә торҙолар, беҙҙе үҫтерҙеләр. Әсәйем кире кейәүгә сығып торманы. Шуларҙың итәгенә йәбешеп кенә үҫкән бала инде мин. – Кемгә оҡшап буйсанһығыҙ һуң? Әйткәндәй, буйығыҙ нисә сантиметр? – Икәү генә (көлә). Эйе, теүәл ике метр. Әсәйем яғынан бөтәһе лә уртаса буйлы кешеләр булһа, атайымдар яғы буйсан ине. Уның Мортаза исемле бабаһы булған, һары сәсле, күк күҙле, мыҡты кәүҙәле бәһлеүән башҡорт тип хәтерләйҙәр уны. Ул бер үҙе бер күбә бесән ташлаған, өс сатырлы ағас һәнәктең һәр береһенә берәр бала ултыртып күтәреп йөрөгән, тип һөйләйҙәр. – Артист булырға бала саҡтан хыялландығыҙмы? – Һей, ҡайҙа ти ул. Ауылда минән дә оялсаныраҡ кеше булмағандыр. Мәктәптә сәхнәлә сығыш яһау түгел, дүрт юллыҡ шиғыр сығып ятларға ла ояла инем. Магазинға ебәрһәләр, кешеләрҙең дүрт-биштән ашыуыраҡ икәнен күрһәм, инергә оялып, сығып киткәндәрен көтөп йөрөй торғайным. – Улай булғас нисек сәнғәт юлына килеп эләктегеҙ һуң? Оялсан кешеләр баш ҡала сәхнәләрен гөрләтмәй бит. – Үҙем дә аптырап ҡуям. Әсәй, өләсәй итәгенә генә йәбешеп үҫкән, район үҙәгенән ҙурыраҡ ҡала күрмәгән кеше, нисек йөрьәт итеп Өфөгә сығып киткәнмендер? Етди итеп әйткәндә, бында класс етәксемә рәхмәт. Сығарылыш кисәһенә әҙерләнеп йөрөгән саҡ. Район үҙәгенә билдәле театр әһелдәре килеп, артислыҡҡа кешеләр ҡарай икән. Уҡытыусым миңә: “Хәким, барып ҡара әле, һинеке килеп сығырға тейеш”, – тине. Ни эшләптер ошо һүҙҙәре мине дәртләндерҙе, көс өҫтәне. Барҙым. Бөйөк Гөлли Мөбәрәкова ҡараны беҙҙе. Ул мине һәм тағы бер малайҙы һайлап алды, Өфөгә саҡырҙы. Оҙаҡ ҡына уйландым. Кәңәшләшергә тип ул саҡта беҙҙең гимназияла директор булып эшләгән Мәрйәм Бураҡаеваға индем. Барһам, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән һөйләшеп ултыралар, баҡһаң, әхирәттәр икән. “Башҡалар килмәһә лә үкенмәйем, ә һин мотлаҡ кил. Үҙем ҡаршы алырмын, ярҙам итермен”, – тигәс, сыҡтым да киттем. Өфөгә килһәм, сәнғәт институты гөрләп тора. Бер урынға ете-һигеҙ кеше дәғүә итә. Эре генә, бөгөндән сәхнәгә сығарып ҡуйырлыҡ абитуриенттар йөрөп ята. Мин, ябай ауыл балаһы, баҙап ҡалдым, тик имтихандарҙы тапшырҙым. Шөкөр, үттем, уҡырға индем. Беҙҙе, 12 кешене, Салауат драма театры өсөн уҡыта башланылар. – Уҡыуы ауыр булманымы һуң? Оялсан инем тиһегеҙ бит. Нисек эш башлап киттегеҙ? – Яйлап ҡына өйрәндем инде. Ауылда минең Өфөгә, артислыҡҡа уҡырға инеүемә ышанмағандар. Әсәйемә барып, “оялсан балаң уҡымай унда, һине алдап йөрөй”, тиеүселәр булған хатта. Бер заман Яңы йыл алдынан әсәйем килеп етмәһенме. “Һине ауылда уҡымай, алдап йөрөй тип әйтәләр. Алдаһаң, әйҙә, алып ҡайтам”, – ти. Аҙаҡ уҡытыусыларым менән һөйләшеп, саҡ ышанып, тынысланып ҡайтып киткәйне. Беҙҙең уҡытыусылар бик көслө ине бит. Мин бөгөн дә Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәтулла Үтәшев, Нурия Ирсаева, Рәфил Нәбиуллиндарға бик рәхмәтлемен. Улар мине уҡытты, әле иҫәндәре менән бергә эшләп йөрөйбөҙ. Мин маҡсатлы рәүештә Салауат драма театры өсөн уҡығас, институттан һуң ике йыл унда барып эшләнем, аҙаҡ академия драма театрына саҡырып алдылар. Хәҙер унда хеҙмәт итеүемә лә 25 йыл булып китте. – Беҙ һеҙҙе комик артист булараҡ беләбеҙ. Шуның өсөн яратабыҙ һәм театрға йөрөйбөҙ. Һеҙгә бындай ролдәр еңел биреләме? – Еңел тип әйтеп булмай. Ниндәй генә роль булмаһын, уның өҫтөндә эшләргә, бар тырышлығыңды һалырға кәрәк. Мине “характерный” артист, тиҙәр. Ысынлап, башлыса комик ролдәр башҡарам. Улар еңел кеүек күренһә лә, етди эшләүҙе талап итә. Дөрөҫөн әйткәндә, кешене көлдөрөү анһат түгел ул. Мелодрама, трагедия ҡарарға барған кеше алдан уҡ әҙерләнеп, көйләнеп бара һәм спектакль буйы “ҡайғыра”. Ә комедияға “йә көлдөрөп ҡарағыҙ әле” тип киләләр. Кеше ауыр заманда проблемаларын онотор, рәхәтләнеп көлөп, күңел асыр өсөн йөрөй театрға. Беҙ уларҙың ышанысын аҡларға тейешбеҙ. – Һеҙҙең спектакль буйы бер һүҙ ҙә әйтмәй йөрөгән ролдәрегеҙ ҙә бар. Тик кеше барыбер йығылып ятып көлә. Берәй сере бармы әллә? – Тырышабыҙ инде. Тик тағы бер тапҡыр әйтәм, был еңел генә бирелмәй. Премьера сыҡҡандан һуң да, роль өҫтөндә эшләүҙе туҡтатмайым. Һәр саҡ ипләп кенә яңы “һулыш” индерәм, тамашасының реакцияһын ҡарайым. Оҡшаһа, дауам итәм, юҡ икән, алып ташлайым. Кешеләрҙең минең өсөн килеүе, танып урам буйында рәхмәт әйтеп китеүе бик ҡыуандыра, дәртләндерә. Артист өсөн был бик мөһим. Әйткәндәй, 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Һорап йөрөмәнем, үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Награда мине ныҡ дәртләндерҙе. Ижади тормошомда бер баҫҡысҡа күтәрелдем. Тимәк, һанлайҙар, театрҙа үҙ урыным бар. Ролдәргә килгәндә, етдиҙәре лә бар ул. Мин үҙемде төрлө яҡлап асам, төрлө йүнәлештәрҙә эшләргә тырышам. – Ғаиләгеҙ тураһында ла әйтеп китегеҙ әле. –Ҡатыным Айгөл Әбдрәшитова – Башҡортостан Юлдаш каналында режиссер. Өс балабыҙ бар. Оло малай Динисламға 28 йәш инде. Уртансы улым Ихсан колледжда уҡый, ҡыҙым Аҡйондоҙға – 15 йәш. Бәләкәйҙән табип булам тине, медицина йүнәлешендәге класта белем ала. Тик минең менән “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектаклендә ҡатнашып, төрлө ҡалаларға гостролдәргә сыға башлағас, уйлана башланы. “Бәлки, артист булырмын” тип ҡуя. Үҙе ҡараһын, тим. – Буйығыҙға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә күп булып торалыр? Һөйләгеҙ әле. – Булмаған ҡайҙа инде. Элегерәк булғайны был хәл. Ул саҡта Дим биҫтәһендә йәшәгән саҡ. Театрҙан һуң ғына сыҡтым, төнгө беренсе ине. Автобустар китеп бөткән, ҡул күтәреп машина “тотам”. Бер нимә юҡ, шул саҡта “Ока” килеп туҡтаны. Ҡыш, оҙон пальто, шәшке шапка кейгәнмен. Инеп ултырҙым да, тик һыйып булмай бит. Ишек тә ябылмай. Аптырағас сыҡтым да, икенсе машина көтөргә булдым. Тик водитель ныҡыш булып сыҡты. “Хәҙер бер нимә уйлайбыҙ” тине лә алғы ултырғысты йыҡты. Мин артҡа ҡырын инеп яттым, алда, кешенең башы торған ерҙә 45-се үлсәмле ике аяҡ тора. Водитель юл буйы көлөп ҡайтты. Аҙаҡ аҡса бирәм тиһәм, алмай. Нисә йыл йөрөп бындай хәл күргәнем юҡ ине, көлдөргәнең өсөн рәхмәт, тип китеп барҙы. Ҡатыным мине магазин, баҙарҙарҙа юғалтмай. Саҡ ҡына аймылышһаҡ, берәй юғарыраҡ ергә барып ҡарай ҙа, шунда уҡ башымды күреп таба. – Иртәгә һеҙҙең юбилей! Оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ. – Эйе, рәхмәт. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын. Артабан да яратҡан театрымда, халыҡҡа хеҙмәт итке, эшләге килә! Фото: артистың шәхси архивынан.