Өфө ҡалаһы йылдан-йыл үҫә, матурая, уны төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығын ҡаршылау буйынса етди әҙерлек бара. Май айында партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың эске эштәр наркомы, публицист һәм журналист, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыу башланғысында торған Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы реконструкциянан һуң ишеген асыуы – ошо йүнәлештә башҡарылған эштәрҙең береһе. Музейҙы төҙөкләндереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған. – Был шатлыҡлы ваҡиға, сөнки “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы өс йыл эсендә 13-кә яҡын муниципаль музейҙы һәм Милли музей филиалдарын ремонтланыҡ. Ысынлап та, Совет осоронан бирле бер ҙә төҙөкләндерелмәгән музейҙар яңырыу кисерә. Әле Баймаҡ районында Ғата Сөләймәновтың музейын ремонтлайбыҙ, Темәс ауылындағы бер быуаттан ашыу тарихы булған бинаны тергеҙәбеҙ. Көйөргәҙе районында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың музейын эшләнек, шулай уҡ Кәрим Хәкимовтың музейын булдырҙыҡ, Стәрлетамаҡ районында Ҡаһым түрә музейын эшләйбеҙ. Салауат Юлаев музейына капиталь ремонт яһаласаҡ. Республика бюджеты иҫәбенә В.И. Альбановҡа музей асылды. Шаляпиндың да музейы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Республикаһының тергеҙелгән исемдәр музейын төҙөйәсәкбеҙ. Беҙ музейҙар асып, ата-бабаларыбыҙҙың, ошондай мәшһүр шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙәбеҙ. Был музей ҙа йөҙҙәрсә йылдар дауамында беҙҙең балаларға, киләсәк быуынға хеҙмәт итәсәк, – тине уны асыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова. Ике ҡатлы йорт-музей Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан (Яңы күпер урамы, 20). Бина 1860 йылдарҙа генерал-майор Капитон Парфенович Слотов өсөн төҙөлгән. 1923 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте уны эске эштәр халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға бирә. Был йортта ул бары бер йыл ғына йәшәп ҡала, ә уның ҡатыны Мәһрүй Шәрип ҡыҙы Хоҙайбирҙина 1960 йылға тиклем йәшәй. Ә инде 1960 йылда музей итеп үҙгәртелә. 2022/23 йылдарҙа йорт-музей тулыһынса төҙөкләндерелә. Яңыртылған Йорт-музей дүрт экспозиция залынан тора, шул уҡ ваҡытта ике залдың концепцияһы үҙгәртелгән. Мәҫәлән, беренсе залда РСФСР-ҙың составында республика дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү тарихы менән танышырға мөмкин, икенсе мемориаль зал Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. Өсөнсө зал иһә уның ижади мираҫы һәм уның исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары тураһында һөйләй. Тарихи-архитектура ҡомартҡыһының мезонин бүлмәһендә XIX – XX быуаттарҙағы иҫке Өфөгә һәм йорттоң тәүге хужалары – Слотовтар ғаиләһенә арналған экспозиция урынлаштырылған. Залдың айырым бүлеге балерина һәм педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы – Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы Тамараның ижади мираҫын яҡтырта. Шулай уҡ йорт-музейҙа сувенирҙар лавкаһы эшләй. Әйткәндәй, музейҙа тәүге тапҡыр республика Журналистар союзы өсөн мөйөш булдырыла. Яңы экспонаттар йыйыла башлаған да инде. Тәүге экспонатты Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның беренсе лауреаты Алик Фәйез улы Шакиров алып килгән. ТАРИХИ БЕЛЕШМӘ: 1917 йылдан һуң Рәсәй матбуғаты көнө “Правда” гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан 5 майға күсерелә һәм “Совет матбуғаты көнө” тип йөрөтөлә башлай. 1990 йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды Президиумының 28 декабрендәге ҡарары менән Матбуғат көнө 13 ғинуарға кире ҡайтарыла. Башҡортостан матбуғаты көнө 14 июндә билдәләнә, сөнки 1917 йылдың ошо көнөндә “Башҡортостан” гәзите “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” исеме менән донъя күрә. Вәдүт ИСХАҠОВ, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе: – Реконструкциянан һуң билдәле дәүләт эшмәкәре, башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалған Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы асылды. Милли музей директоры Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов менән Милли музей һәм республиканың Журналистар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләшеп килештек. Яңыртылған йорт-музей бөтә республика журналистарының хаж ҡылыу урыны ла булыр. Ул Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү, журналистика аҡһаҡалдарының юбилей тантаналарын үткәреү, республиканың журналистар берләшмәһе вәкилдәренең фото һәм башҡа күргәҙмәләрен ойоштороу, түңәрәк өҫтәлдәр һәм фекер алышыуҙар, журналистар клубы ултырыштарын үткәреү, студенттарҙың, буласаҡ ҡәләм оҫталары менән оло журналистарҙың тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнер, тип ышанабыҙ. Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе: – Шәһит Хоҙайбирҙиндың ғүмере бик ҡыҫҡа булған, 28 йәшендә генә донъя ҡуйған. Әммә ул республикабыҙ, илебеҙ өсөн шул тиклем күп эштәр башҡарған. Бала саҡтан бер картина иҫемдә ҡалған – унда Шәһит Хоҙайбирҙин менән Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һөйләшеп ултырғаны сағылдырылған. Был картина, ысынлап та, әҙәбиәтебеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш индергән. Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә башҡорт әҙәби тел нормалары ҡабул ителә, һәм ул уны тормошта киң даирәлә ҡулланыуға сығарыу өсөн ҙур көс һала. Беҙҙең бөгөнгө әҙәби тел ҡабул ителгәндә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡултамғаһы менән нығытыла. Ул публицистиканы үҫтереүгә күп көс һала һәм уның йоғонтоһонда башҡорт публицистикаһы алға китә. Йорт-музейҙы ремонтлағандары өсөн Мәҙәниәт министрлығына ҙур рәхмәт. Ысынлап та, бөгөн ҙур эштәр башҡарыла, Өфө ҡалаһы матурая. Был йорт-музей ҙа туристарҙың яратҡан урынына әйләнер, тип ышанам. Рөстәм ИСХАҠОВ, Милли музей директоры: – “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында беҙ бинаны төҙөкләндерә алдыҡ, шуға ла Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәренә рәхмәт. Музей даими эшләргә һәм төрлө конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, ҡыҙыҡлы саралар үткәреү урынына әйләнергә тейеш. Өсөнсө залды журналистикаға бәйле итеп ойошторҙоҡ, сөнки Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт журналистикаһын булдырыу башланғысында торған. Шуға ла нәҡ ошо музей журналистарҙың осрашыу урынына әйләнһен, улар юбилей сараларын, ижад кисәләрен үткәрһендәр, тип теләйбеҙ. Яңылыҡтарҙан – Шәһит Хоҙайбирҙинға бюст астыҡ. Был Баймаҡ районы хакимиәтенең бүләге. Белеүегеҙсә, унда завод булған һәм ошо бюст шунда торған. Беҙҙең хеҙмәттәштәрҙең һорауы буйынса бюсты музейға бүләк иттеләр. - Рәмилә МУСИНА