Башҡортостанда "АСТ" электр селтәрҙәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусылары араһында тәүге "Физика буйынса асыҡ олимпиада" үтте, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ике йөҙҙән күберәк еңеүсе һәм призер физика өлкәһендә юғары белем кимәлен күрһәтә алды. "Бындай сараларҙы үткәреүҙең маҡсаты – мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм предприятие араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу. Уҡыусыларға артабан белем алыу, карьера яһау өсөн үҙ белемен, оҫталығын күрһәтеү, тәжрибә туплау мөмкинлеге был", – ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Олимпиадала VII – XI класс уҡыусылары һынау тотто. Еңеүселәр, призерҙар грамоталар, смарт-сәғәттәр, пауэрбанктар һәм башҡа приздар менән бүләкләнә, шулай уҡ белемен һынаған һәр кемгә физика буйынса асыҡ олимпиадала ҡатнашыусы сертификаты, киләһе йылға саҡырыу ҡағыҙы бирелә. Билдәле булыуынса, электр энергетикаһы тармағы иң мөһимдәрҙең береһе булып тора. Халыҡтың көнкүреш сифаты, илдең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге, милли иҡтисадтың үҫеше ошо өлкәнең хеҙмәтләндереү кимәленә туранан-тура бәйле. "Рәсәйҙең электр энергетика компаниялары тарафынан хәл ителгән бурыстар араһында квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм тәрбиәләү мәсьәләһе беренсе урында тора. Айырыуса улар ҡулланыусылар, урындағы етештереүсе компаниялар өсөн көнүҙәк. "АСТ" компанияһы, белгестәр мәсьәләһен хәл итеүҙең мөһимлеген үҙ тәжрибәһендә аңлап, кадрҙар резервын ойошторорға тырыша", – ти компанияның директорҙар советы рәйесе Андрей Зензин. Предприятие бынан алда Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы өсөн интерактив ҡорамал һатып алды, 2,8 миллион һумдан ашыу суммаға профилле класты ремонтланы. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн олимпиаданы бушлай, онлайн тәртибендә уҙғарыу йәһәтенән бөтә сығымдарҙы, һөнәри йүнәлеш эшенә ярашлы, профилле ойошма ҡапланы. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы һәм "Технология системаларын автоматлаштырыу" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте олимпиаданы ойоштороу бурысын үҙ иңенә алды. - Дилбәр ИШМОРАТОВА