Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе юристары "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондында граждандарҙы ҡабул итте. Шуныһы, был – юристарҙың бындай кимәлдәге тәүге ҡабул итеүе. Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан республика ойошмаһы аппараты етәксеһе Екатерина Смоленчук һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзаһы, адвокат Василиса Ҡорбанова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә хоҡуҡи яҡтан кәңәшмәләр бирҙе. Был көндө алты граждан ярҙам һорап килде, шулай уҡ 17 мөрәжәғәт тикшерелде. Һорауҙар төрлөсә. Доброволец статусын нисек юллау, аҡсаны ҡайһылай алыу, йәрәхәтләнгәндә ниндәй аҡсалар ҡаралыуы, социаль гарантияларҙы ниндәй юлдар аша тормошҡа ашырыу һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан берәү Өфөлә дауалана. Уның һорауын Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошо һәм закондар комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексһе рәйесе Ирина Панькина шәхсән күҙәтеүе аҫтына алды. Фото: Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе.