“Алтын айыу балаһы” (“Золотой медвеженок”) премияһы илдә балалар өсөн тауар етештереүселәр араһында иң-иңдәрҙе билдәләү маҡсатында булдырылған һәм РФ Федераль Йыйылышының Федераль Советы, профилле министрлыҡтар, төбәк власть органдары ярҙамында инде 2010 йылдан бирле уҙғарылып килә. Быйылғы сарала Башҡортостандан “Малыш”, “Ағиҙел”, “Альтернатива”, “Спектр” предприятиелары ла еңеүселәр рәтенә инде. Бынан тыш Башҡортостан “Дан залы” номинацияһында ла билдәләнде. Тантана Федераль Йыйылыш рәйесе Валентина Матвиенко етәкселегендә үтте. Сарала шулай уҡ Федераль Йыйылыштың фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – иҡтисад, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары Ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина ҡатнашты. Валентина Матвиенко еңеүселәрҙе тәбрик итеп: – Бала саҡты ҡурсалау – дәүләттең төп сәйәсәте! Беҙ барыбыҙ ҙа Рәсәй балаларының аҙығы, кейеме, уйынсыҡтары иң яҡшыһы, иң сифатлыһы, хәүефһеҙ булыуын һәм, әлбиттә, быларҙың барыһы ла үҙебеҙҙең илдә донъя стандарттары буйынса етештерелеүен теләйбеҙ. Бының өсөн Рәсәйҙә йәҙәрләгән предприятие, меңәрләгән кеше эшләй, – тип билдәләне. Александр Шельдяев үҙ сиратында балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары Ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөлөүе һәм юл картаһы булдырылыуы, был өлкәлә республикала һикһәндән ашыу предприятие эшләп килеүе тураһында хәбәр итте. – Беҙ балалар тауарҙары етештереүселәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтә башланыҡ. Улар йылына 1 процент ставка менән 20 миллион һумға тиклем займ ала ала. Был аҡса производствоны яңыртырға, продукция күләмен арттырыуға йүнәлтелгән эштәрҙе бойомға ашырырға ҡулланылырға тейеш. Әлеге займ менән “Корона” һәм “Велес” фабрикалары ҡулланып өлгөрҙө лә инде, – тип тә өҫтәп китте министр. Ә бына еңеүсе булған Альтернатива дәүләт ярҙамы менән балалар уйынсыҡтарын етештереүҙе арттырасаҡ.