“Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығында уның атаһы тураһындағы мәғлүмәттәр юҡ икән, был уны алимент түләүҙән азат итеүгә сәбәп була аламы? Әминә. Өфө ҡалаһы”. – Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 13-сө статьяһына ярашлы, суд ҡарарҙарының мотлаҡлығы тураһында ҡағиҙә бар. Был статьяның 2-се һәм 3-сө өлөштәрендә әйтелеүенсә, үҙ көсөнә ингән суд ҡарарҙары, шулай уҡ судтарҙың талаптары, саҡырыуҙары барлыҡ дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре, ойошмалар, вазифалы кешеләр, граждандар тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейеш. Суд ҡарарын үтәмәгәндә, ҡануниәткә ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин. Был алиментты түләү тураһындағы ҡарарға ла ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта бурыстың килеп сығыуы, бурыслының матди һәм ғаилә хәле, алиментты юллаусы әсәнең дәғүәсенең уның атайлығы менән бәйле шарттарҙы дөрөҫ күрһәтеү-күрһәтмәүе, бының өсөн ялған мәғлүмәттәрҙе, документтарҙы тапшырыу-тапшырмауы тикшерелә. Бынан тыш, суд, Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 114-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, бурыслыны алимент буйынса бурысынан азат итеү тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Фото: ognikubani.ru