Өфөлә өс көн буйы барған китап байрамының ҡайһы бер айырым ваҡиғалары тураһында һөйләргә булдыҡ. Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа, баш ҡалабыҙ халҡы ла был байрамдан төрлө кисерештәр алып, дәрт-илһамға байып ҡалғандыр. Китаптың баһаһы нимәлә? Уның аша бар донъя менән бәйләнешкә инергә була, тип иҫәпләй байрамдың ситтән килгән ҡунаҡтары һәм үҙҙәре яратып уҡыған әҫәрҙәр тураһында һөйләй. – Һуңғы алты йылда Арктикаға яхта менән барабыҙ, унда ифрат ҙур поляр китапханабыҙ бар, һәр төрлө китапты табырға була, – тип һөйләй, мәҫәлән, ҡотопсо, экспедицияларҙа ҡатнашыусы Владимир Мельник. Шундай уҡ ҡотопсо, эспедицияларҙа әүҙем ҡатнашыусы Евгений Форштер Валериан Альбановтың “На юг, к Земле Франца-Иосифа” тип аталған итабын уҡырға кәңәш итә. Психолог Михаил Лабковский өфөләргә, баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарына нимәнең кешеләргә бәхетле булырға ҡамасаулауы тураһында һөйләй. Үпкә һаҡлау, көнләшеү, үҙеңде баһаламау, уҫаллыҡ, низағҡа инергә, беҙҙеңсә әйткәндә, сәбәпле-сәбәпһеҙгә ғауға сығарырға яратыу, буштан-бушҡа борсолоу тойғолары тормошто ағыулай, ти ул. Беларусь яҙыусылары союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах Китап байрамына Броня ҡушаматлы бал ҡортон алып килгән. Броня – уның яңы китабының геройы. – Минең “Үрмәксе балаһы Славик” тигән китабым да бар. Ул был бөжәктән ҡурҡҡан балаларға әлеге тойғонан арынырға ярҙам итер, – ти автор. Китап байрамында бығаса белмәгән ҡыҙыҡлы факттар тураһында ла ишетеү бик фәһемле. Әйтәйек, “Страна Гонгури” тип аталған беренсе совет фәнни-фантастик романының авторы Вивиан Итин Өфөлә тыуған. Был хаҡта “АСТ” нәшриәте етәкселәренең береһе А. Ионов бәйән итте. Байрамда башҡорт фольклоры ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, “Голос” телевизион тапшырыуы ҡатнашыусыһы, телевизион алып барыусы Динә Ғарифуллина “Тоҙҙо нисек яраталар” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыны. Тарихсы, яҙыусы Фәрит Вәхитов үҙенең “Триумф и трагедия генерала Шаймуратова” китабы менән таныштырҙы. Легендар башҡорт комдивының тормош һәм яу юлы тарихын бәйән иткән китап һәр мәктәп китапханаһында бар. Китап йәрминкәһендә шәхси нәшриәттәрҙән дә вәкилдәр булды. Мәҫәлән, Ҡазан вәкиле Нәфисә Шакирова һуңғы 30 йылда Өфөлә йәшәй. Ул өфөләрҙең айырыуса шиғриәтте, йырҙарҙы яратыуын, Татарстандың мәҙәни тормошо менән дә ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләй. “Хәҙер бөтәһе лә, айырыуса йәштәр, гаджеттарҙа ултыра тиһәк тә, йәрминкәгә килеүселәрҙең, китап менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра”, – ти ул. Төрлө ҡыҙыҡлы тарихтар ҙа ишетергә мөмкин ине бында. Билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин шундай бер осраҡ тураһында бәйән итте. Бер сәйәхәте ваҡытында ул шаман менән таныша. Сәй эсеп ултырғанда был кеше бөкләнгән ҡағыҙ килтереп сығара ла уны сәйенә сумдыра, аҙаҡ уны киптерергә һала. Аҙаҡ шул асыҡлана: баҡһаң, табип ҡағыҙға дарыуҙың исемен яҙған, ә шаман, быны аңламайыса, уны үҙенсә “эсә” башлаған. Бер ниндәй байрам да йыр-моңһоҙ үтмәй. Китап йәрминкәһе лә төрлө таланттарҙы йыйғайны. Ҡырмыҫҡалы районының “Илһөйәр” ансамбленә билдәле яҙыусы һәм композитор Ризида Мөхәмәтйәнова килеп ҡушылды. Элек бергә сығыш яһағандары булмаһа ла, тиҙ арала берләшеп, бер тигән итеп йырлап ишеттерҙеләр. Йәрминкәлә һуҡыр балалар өсөн сығарылған тактиль китаптар менән таныштырҙылар. Күреү һәләте юғалғанлыҡтан, китап уҡыу бәхете улар өсөн икенсе төрлөрәк асыла. Уларҙы республиканың М. Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана үткәргән конкурс еңеүселәрен билдәләгәндә күрергә мөмкин булды.
Китап байрамында нимә генә булманы: иң ҡыҙыҡ мәлдәрен уҡығыҙ, ҡарағыҙ!
2 минуты
28 мая 2023