Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн билдәләй. Быйылғы ғүмер байрамын яратҡан йырсыбыҙ тыуған төйәгендә, Ғафури районы мәҙәниәт йортоноң директоры вазифаһында ҡаршылай. - Тыуған көндө яңы эш урынында ҡаршыланым. Ихлас ҡотлауҙар ҡабул иттем. Тыуған яғымда бик матур ижади коллективта эшләүемә бик шатмын. Быға тиклем яратым эшләгән “Юлдаш” радиоһы коллективына ҡотлау сәләмдәре өсөн шулай уҡ рәхмәтлемен. Яҡташтарым, ауылдаштарым, дуҫ-иштәремдең ҡотлауҙары ла күңелде үҫтереп ебәрҙе. Әсәйем Рәшиҙә Ғиниәт ҡыҙының да бөгөн күркәм ғүмер байрамы. Ҡәҙерлебеҙҙе балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән бергәләп тәбрикләнек. Табын әҙерләп көтөп торған Гөлсинә һеңлемә, ҡыҙҙарға оло рәхмәт! Район мәҙәниәт һарайында иһә иртәгә район балары араһында "Ғафури йондоҙсоҡтары" тигән ижади бәйге уҙғарабыҙ. Барыһына ла уңыштар теләйем! Улар араһынан артабан районыбыҙ һәм республикабыҙ ғорурлығы булыр таланттар үҫеп сығыр тип ышанам! – тине Фәрүәз Фәрғәт улы. Яратҡан йырсыбыҙға ғүмер байрамы айҡанлы ижад ҡомарының һүнмәүен-һүрелмәүен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, именлек-һаулыҡ, яңы эшендә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ! Фото Ф.Урманшиндың шәхси архивынан.
Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн яңы вазифала ҡаршылаған
Около минуты
2 прочтения
23 мая 2023