Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ауылдың социаль өлкә эшсәндәре менән осрашыу барышында ошо хаҡта белдерҙе. Сенатор ауылда йәшәү шарттарын яңы кимәлгә сығарырға, ауыл инфраструктураһын яҡшыртырға саҡырҙы. Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның буйынса һуңғы ике йылда 486 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алған, 107 ғаилә йорттар төҙөгән, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 130 проект тормошҡа ашырылған, 19,3 саҡрым юл һалынған, 33 саҡрым газ үткәргес һәм 18 саҡрымдан ашыу һыу үткәргес линиялары төҙөлгән. Финанслауҙың дөйөм күләме 6,2 миллиард һум тәшкил иткән, шуның 3,6 миллиард һумы федераль бюджеттан йәлеп ителгән. Фото: otvechai.com
Ҡайҙа йәшәргә: мегаполистамы, бәләкәй ҡалаламы, әллә ауылдамы?
Около минуты
18 мая 2023