Туймазы районындағы “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә XVI “Ҡурсаулыҡ утрауҙарҙы дуҫтары” республика слет-конкурсы уҙҙы. Унда 16 команда ҡатнашты. Сара Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы булышлығында ойошторолдо. Слет-конкурстың маҡсаты – “Башҡортостан Республикаһының ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары” тәбиғәтте һаҡлау балалар хәрәкәтен үҫтереү, республиканың ҡурсаулыҡ тәбиғәтендәге уникаль урындарҙы өйрәнеү һәм һаҡлау, уларҙың ҡиммәттәрен аңлау, Рәсәйҙең һәм республиканың ҡурсаулыҡ системаһына иғтибарҙы йәлеп итеү. Йәш экологтарҙың ҡатнашыуы һәм тәбиғәтте һаҡлау акциялары республика халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итә, шулай уҡ ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса тап килә. “Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары” республика слет-конкурсының абруйлы ҡунаҡтары – "Ҡурсаулыҡтар" Рәсәй мәғрифәтселек үҙәге етәкселәре Елена Книжникова һәм Елена Колеченок. “Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең “Тормош йәйғоро” берләшмәһе слетта әүҙем ҡатнашты һәм экология өлкәһендә яҡшы белемдәрен күрһәтте”, – тип уртаҡлашты Дүртөйлөнән берләшмә етәксеһе Ҡәҙриә Ғиндуллина. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.