Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дарыухана селтәренә һаҡсыл технологиялар индереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар төбәк үҙәге менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был хаҡта иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте. – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты предприятиеларҙа эш тәьҫирлеген арттырырға һәм компанияларҙың конкуренцияға һәләтлеген күтәрергә тейеш. Әлеге иҡтисади шарттарҙа етештереү һәм сауҙа күләмен өҫтәмә сығымдарһыҙ һәм һалыуҙарҙан тыш арттырыу мөһим. Проектта ҡатнашыусыларҙың күбеһенә күрһәткестәрҙе яҡшыртырға мөмкин булды. Компетенциялар төбәк үҙәге эксперттары ла компанияларға һаҡсыл технологиялар индерәсәк, – тип билдәләне Айрат Фәхретдинов. “Башфармация” дауалау-иҫкәртеү учреждениеларын һәм халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүҙең дәүләт секторын етәкләй. Эшмәкәрлектең төп төрө – дарыу препараттарын һәм медицина изделиеларын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу. “Башфармация” предприятиеһы вәкиле, генераль директор урынбаҫары Сергей Бакуров әйтеүенсә, улар милли проектта ҡатнашыуҙан матди ресурстарҙың рациональ ҡулланылыуын, хеҙмәткә сығымдарҙың аҙайыуын һәм дарыухана системаһы менән автоматлаштырылған комплекстар һәм логистик ҡарарҙар ҡабул ителеүен көтә. Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыу 2019 йылда башланды. Унда хәҙер 156 предприятие ҡатнаша. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.