Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыр хәбәр еткерәбеҙ

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡайғылы хәбәр еткерә. Райондаштары, “Башҡортостанстат”тың етәксеһе Әкрәм Мөхәмәт улы Ғәниев вафат булған. Уға 64 йәш ине. Ул дәүләт статистикаһының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Әкрәм Ғәниев 1959 йылдың 3 ғинуарында Салауат районының Көҫәпәй ауылында тыуған. Статистика ведомствоһында 1983 йылда эшләй башлай: 1994 йылға тиклем БАССР Статистика идаралығының бүлек начальнигы була, 1994 йылдан 2000 йылға тиклем төбәк Дәүләт статистика комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, һуңынан органды етәкләй. Ведомство 2005 йылда Росстаттың территориаль органы итеп үҙгәртелгәндән һуң, һуңғы көндәренә тиклем уға идара итеүҙе дауам итә. Дөйөм алғанда ул ведомствоға егерме йылдан ашыу етәкселек итте. Әкрәм Мөхәмәт улының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "На земле Салавата".