Күҙ теймәһен өсөн күҙе ҡаты тип белгән кешеләрҙән һаҡланырға, кешеләр һиңә, эшеңә, әйбереңә һоҡланғанда «Машаллаһ» тип әйтергә онотмағыҙ. Әгәр ҙә кешегә күҙ тейһә, уны дауалауы ауыр түгел. Мөхәммәт пәйғәмбәр был хаҡта: «Әгәр ҙә берегеҙгә күҙ тейһә, күҙ тейҙереүсенән ғөсөл, тәһәрәт алыуын талап итеп, үҙе шул һыу менән ҡойонһон», – тигән. Өмәмә бин Сәхелдең атаһы менән дә шундай хәл була. Уның атаһы әл-Хурар бер урында һыу инә. Әмир исемле сәхәбә уға ҡарап һоҡланып: «Һинең тәнең шундай аҡ, йомшаҡ, нәҡ йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, минең ундай тәнде күргәнем юҡ», – ти. Шунан һуң атаһының хәле насарая. Уны Мөхәммәт пәйғәмбәргә килтерәләр. Ул: «Берәйһенән шикләнәһеңме?» – тип һорай. «Эйе, Әмирҙән», – ти ул. Бәйғәмбәр Әмирҙе саҡырып: «Ни өсөн һин уға бәрәкәт һорап доға ҡылманың? Аяҡтарыңды йыу», – ти. Әмир йыуынғас, әл-Хурар шул һыу менән ҡойона һәм сәләмәтләнә. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе ҡойонорға теләмәһә, уның шәхси берәй нәмәһен – баш кейемен йәки һөлгөһөн алырға, еүешләргә, шуның менән күҙ тейгән кешене ышҡырға кәрәк. Алла теләһә, ярҙам бирер. Күҙ тейеүҙән «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡылыр. Көнсөллөктән дә күҙ тейергә мөмкин. Көнсөллөк – күңел сире. Көнсөл кеше башҡаларға бирелгән ниғмәттәрҙе күргәс, үҙен насар хис итә башлай һәм уларҙан шул ниғмәттәрҙең китеүен теләй. Бындай кешеләрҙән һаҡланыу юлы – «Фәләҡ» сүрәһен уҡып, Алланан ярҙам һорау. Аллаһ Тәғәләнең берәүгә биргән ниғмәтенән көнләшеү, уның юҡҡа сығыуын теләү ислам динендә Аллаһ Тәғәләнең асыуына юлығыусы хәрәм эштәрҙән һанала. Һәр бер йән эйәһе донъяға үҙ өлөшө менән килә. Кешеләргә мал-мөлкәтте, байлыҡты, һаулыҡ-сәләмәтлекте, матурлыҡты, ғилемде һәм башҡа ниғмәттәрҙе биреүсе – Аллаһ Тәғәлә. Алланың бәндәләренә биргән ниғмәттәренән көнләшеү – Аллаһ биргән яҙмышҡа риза булмау, тигән һүҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр: «Ике кешенән ҡала, бер кемдән дә көнләшмәгеҙ. Беренсеһе – Аллаһ Тәғәлә бер кешегә мал, байлыҡ бирер, ул кеше шул малды изгелеккә эшләтер. Икенсеһе – Аллаһ Тәғәлә бер кешегә ғилем, хикмәт бирер һәм ул кеше шуның менән Алла ҡушҡанса йәшәр һәм башҡаларға ла өйрәтер», – тигән. Көнсөллөк – берәй кешеләге донъя һәм әхирәт ниғмәттәренең юҡҡа сығыуын теләү. Унан ҡотолоу өсөн үҙеңдә булған ниғмәттәргә шөкөр итергә кәрәк. Күҙ теймәһен өсөн күҙе ҡаты тип белгән кешеләрҙән һаҡланырға, кешеләр һиңә, эшеңә, әйбереңә һоҡланғанда «Машаллаһ» тип әйтергә онотмағыҙ. Әлиә Дауытованан. Фото islam.ru