Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса эш дауам итә. Проекттың тәүге этабы 2023 йылда тамамлана, икенсе сираты 2025 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. IQ-парк биләмәһендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттарының тематик зоналары һәм лабораториялары урынлашасаҡ. Был уҡыу йорттары: Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть–техник университеты. IQ-парктың 4-се һәм 5-се ҡаттарын медицина юғары уҡыу йорто биләйәсәк. Башҡорт дәүләт медицина университеты етәкселеге бында “Фарма-үҙәк” һәм “Биоинженерия үҙәге”н урынлаштырырға ниәтләй. Унда алдынғы медицина технологиялары лабораториялары ла урын аласаҡ. -“Фарма-үҙәк” төп бурыстарҙың береһен хәл итеүгә йүнәлтелә: үҙебеҙҙең илдә әүҙем фармацевтика субстанцияларын табыу, уларҙы клиникаға тиклемге тикшереүҙәр өсөн эшкәртеү, стандарт өлгөләрен әҙерләү. Ябай итеп әйткәндә, “Фарма-үҙәктә” яңы ысулдар ярҙамында яңы фармацевтика препараттарын эҙләү башҡарыласаҡ, - тип һөйләне БДМУ-ның фәнни һәм халыҡ-ара эшмәкәрлек буйынса проректор Искәндәр Әүхәтов. Тикшереүҙәрҙең төп йүнәлештәре – яңы матдәләрҙе синтезлау. Лабораторияла эшләнгән берләшмәләр нигеҙендә үҙенсәлекле Рәсәй дарыуҙары сығарыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү инновациялы белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктрәрендә башҡарыла. “Фән һәм университтар” милли проекты ла был ҙур эште башҡарыуға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.