Бөгөн баш ҡаланың Йәмәғәт мәғрифәт үҙәгендә “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт транспорты туҡталыштарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Уны Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлыҡтары ҡарамағындағы йәмәғәт советтары ойошторҙо. Унда Өфөлә йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы авария хәлдәренә, “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Түңәрәк өҫтәлде Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһының инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы һорауҙары буйынса комиссия рәйесе Роза Хузина алып барҙы. - Бөгөн беҙ туҡталыштарҙа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләне хәл итергә йыйылдыҡ. Бик күп эксперттар ҡатнашыуы менән дә үҙенсәлекле ул. Өфөлә 80 процент туҡталыштарҙың хәүефһеҙлек нормаларына тап килмәүе билдәле. Мәҫәлән, ҡайҙалыр бордюрҙар күтәренке йәки киреһенсә түбән. Ошо һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тине ул. Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитовтың да сығышы йөкмәткеле булды. Йәйәүлеләр менән бәйле проблемаларға ул айырым иғтибар бирҙе: - Бөгөнгө осрашыуҙың төп маҡсаты – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә ҡағылышлы етди проблемалар тураһында һөйләшеү. Шуны билдәләү мөһим, Башҡортостанда, айырыуса Өфөлә, авариялар буйынса кәмеү динамикаһы күҙәтелһә лә, етешһеҙлектәр бар әле. Йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һаны юғары ҡала. Беҙҙең бурыс - быға йоғонто яһау. Шул уҡ ваҡытта “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы һорауҙар ҙа бар. Аҙ мобилле кешеләр тарафынан мөрәжәғәттәрҙең күп булыуы ла борсоуға һала. Улар иҫәбенә инвалидтар ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә, коляска менән йөрөүсе әсәйҙәр ҙә инә. Туҡталыштарҙың күбеһенең талаптарға тап килмәүен күҙ уңында тотоп, был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, - тине ул. Түңәрәк өҫтәлдә төрлө фекерҙәр яңғыраны. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, мәрхәмәтлек, ғаилә һәм балалыҡ һорауҙары буйынса комиссия ағзаһы, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан буйынса ойошма рәйесе Олег Ротов һаулыҡ мөмкинлеге сикле, аҙ хәрәкәт иткән, оло йәштәге граждандарға уңайлы булһын өсөн йәмәғәт транспортын ҡулланыуҙағы тәҡдимдәрен индерҙе. Шул уҡ ваҡытта әлеге уңайлыҡтарҙы ла билдәләп үтте. - Һуңғы осор республикала тәпәш иҙәнле ҙур транспорттар ҡулланыла. “Башавтотранспорт” предприятиеһы автопаркында бындай автобустар күп. Транспорттың ҡайтармалы пандустар менән йыһазландырылыуы кресло-коляскалағы кешеләргә лә, коляскала ултырған бәләкәй балаларҙы йөрөткәндә лә бик уңайлы, - тип билдәләне. Йәнле тикшереүҙәрҙән һуң түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына, Өфө ҡала хакимиәтенә тәҡдимдәрен әҙерләне. Автор фотолары.