Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республиканың юғары уҡыу йорттары менән таныштырабыҙ

Бер айҙан илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлаясаҡ. Имтихандар, вуз һайлау һәм уҡырға инеү - һәр сығарылыш уҡыусыһы һәм буласаҡ аспиранттар өсөн үтә лә яуаплы осор. 2023 йылда Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһында ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Документтарҙы нисек дөрөҫ тапшырырға? Дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған илдәрҙең уҡыу йорттарынан китергә мәжбүр булған студенттарға Рәсәй вуздарына нисек инергә? Бюджет урындарына кемдәр дәғүә итә ала? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән тура бәйләнештәге брифингта Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре, республиканың юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары ректорҙары һәм директорҙары яуап бирҙе. Бөгөн һеҙҙе республикабыҙҙың төп вуздары менән таныштыра башлайбыҙ. Тәүге һүҙ – Өфө фән һәм технологиялар университеты тураһында. Өфө фән һәм технологиялар университеты – Рәсәйҙәге иң йәш уҡыу йорто, ул 2022 йылдың 1 ноябрендә бай тарихлы, етди фәнни һәм мәғрифәти потенциалға эйә ике ҡеүәтле вузды – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүҙән барлыҡҡа килде. Хәҙер берләшкән вуздың мөмкинлектәре бер нисә тапҡырға артты, тимәк, бында уҡыу икеләтә абруйлы. Өфө университеты студенттар һаны буйынса (45 мең Рәсәй һәм 2 мең сит ил) Рәсәйҙең иң ҙур биш юғары уҡыу йорто исемлегенә инә. Университетта маҡсатлы белем алыу мөмкинлеге бар - вузда 800-гә яҡын маҡсатлы урын бар. Өфө университетында хәрби уҡыу үҙәге - төбәктең юғары уҡыу йорттары араһында кадровый һәм запастағы офицерҙар һәм запастағы һалдаттар әҙерләгән берҙән-бер үҙәк эшләй. Хәрби әҙерлек үткән бөтә студенттар ҙа армияла хеҙмәт иткән тип иҫәпләнә. «Юғары уҡыу йорто бакалавриат, магистратура һәм специалитет буйынса 170 йүнәлештә һәм 700-ҙән ашыу гуманитар, тәбиғи-ғилми һәм техник профилле белем биреү программалары буйынса уҡытыу алып бара - был сик түгел. Инглиз телендә белем биреү программалары бар, унда күбеһенсә сит ил студенттары уҡырға инә, ләкин Рәсәй йәштәре лә уҡый ала», - тип һөйләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. Өфө университетына ябайлаштырылған тәртиптә Рәсәйҙең яңы төбәктәренән - Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән, шулай уҡ бығаса сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәр уҡырға инә ала. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 15 егет һәм ҡыҙ белем ала. Был категория студенттары, бюджет урындары булған осраҡта, теләгән ваҡытта түләүле уҡыу формаһынан бюджет нигеҙендә уҡыуға күсеүгә дәғүә итә ала. Университет етәкселеге тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ҙур иғтибар һәм ярҙам күрһәтелә. Фото: 2gis.ru