Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө урамдарын ваҡытынан алда ремонтлай башланылар

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) биргән мөмкинлектән файҙаланып, быйыл Өфө урамдарын ремонтлау билдәләнгән ваҡыттан ай ярымға алдараҡ башланды. Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә. Баш ҡалала һауа торошоноң ҡоро булыуы сәбәпле, подрядсылар Шәфиев һәм Лев Толстой урамдарында яраҡһыҙ хәлгә килгән иҫке юл япмаһын фрезларға тотондо ла инде. “Шәфиев урамында быйыл 500 метр арауыҡтағы, ә Лев Толстой урамында 700 метр оҙонлоғондағы юл япмаһы тейешле хәлгә килтереләсәк. Бында асфальт ҡатламын, борт таштарын алыштырабыҙ, техник һыҙаттар эшләйбеҙ, тротуарҙы ремонтлайбыҙ”, – ти Александр Клебанов. Өфөнөң был урамдарындағы ремонт эштәрен быйыл 15 сентябргә тамамларға уйлайҙар. Фото: “Башинформ” агентлығынан.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц