"Көслө идеялар – яңы заман өсөн" форумына һәм перспективалы брендтар конкурсына документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты 21 майға хәтлем оҙайтылды. Был турала ҡарарҙы Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин менән форумды ойоштороусылар ҡабул иткән. – Беҙ граждандар тарафынан мөрәжәғәттәрҙең "Көслө идеялар – яңы заман өсөн" форумына ла, перспективалы брендтар конкурсына ла берҙәй көслө булыуын тойҙоҡ, – тип һөйләй Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин. – Беҙгә идеялар форумына ла, брендтар конкурсына ла заявкалар әҙерләүгә һәм рәсмиләштереүгә күберәк ваҡыт биреүҙе һорап бик күп мөрәжәғәттәр килә. Шуға күрә һайлап алыу ваҡытын 21 майға тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Беҙ яңы ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ һәм быйыл уҡ граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ алдынғы ҡарарҙарҙы тормошҡа ашыра башларға өмөтләнәбеҙ. Әле "Көслө идеялар – яңы заман өсөн" форумына бөтәһе алты йүнәлеш буйынса 13, 2 меңдән ашыу ҡарар ҡабул ителгән. – Форумдың асылы – проектты тормошҡа ашырыу өсөн аңлайышлы һәм ябай шарттар булдырыу, – тине форумдың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, АСИ-ның генераль директоры Светлана Чупшева. – Беҙ кәртәләрҙе еңеп сығырға, төбәктәр ресурстары, форум партнерҙары иҫәбенә ярҙам алырға булышлыҡ итәбеҙ (быйыл улар 82). Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.