Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Гүзәл зат өсөн ауыр һәм яуаплы йөктө үҙ өҫтөмә алдым.."

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы бара. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Конкурсанттар араһында Саҡмағош районының Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Зәйнетдинова ла бар. Ул 2019 йылдан был ауылда хакимиәт башлығы булып эшләй. Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова 1977 йылда Саҡмағош районының Бәрҙәсле ауылында тыуған. 1984 йылда Берҙәсле башланғыс мәктәбенә I класҡа уҡырға бара. Башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң, V класҡа күрше Аблай ауылына уҡырға бара. 1994 йылда урта мәктәпте тамамлағас, йыр-моң яратҡан ҡыҙҙы мәктәптә йыр уҡытыусыһы итеп эшкә ҡалдыралар. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә, хеҙмәт юлын Көсәкәй мәктәбендә дауам итә, унда ике йыл уҡыта. 1997 йылда ауылдашы – Берҙәсле егете Рифат Зәйнетдиновҡа кейәүгә сыҡҡас, Аблай урта мәктәбенә күсеп, татар теле уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә... Барлыҡ республика мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыла башлағас, ул Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштыра, махсус курстар үтә. 2013 йылда мәғарифты үҫтереү институтында тарих фәне буйынса квалификацияһын күтәрә һәм Аблай урта мәктәбендә балаларға тарих һәм йәмғиәт дәрестәренән белем бирә. Район, республикала үткән конкурстарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Ҙур коллективта эшләп өйрәнгән Рәсимә Дамир ҡыҙына ауыл хакимиәте эшен ойоштороу ҙа ярҙам итә – кешеләр менән асыҡтан-асыҡ аралаша, йәшәйешкә бәйле мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләй. Ул ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай: район тормошоноң уртаһында ла ҡайнай, төрлө мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнаша. Рәсимә Дамир ҡыҙы етәкселек иткән Үрнәк ауыл хакимиәте биләмәһе Саҡмағош районында иң ҙурҙарҙан һанала, уның эсенә һигеҙ ауыл инә. Халҡының дөйөм иҫәбе – ике мең самаһы. Хакимиәт биләмәһендә ике урта мәктәп, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункт, ике ауыл мәҙәниәт йорто, ике ауыл клубы, ике почта бүлексәһе эшләй. Бында халыҡ берҙәм һәм тырыш. Ошо төбәктән бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында Пугачев көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, яҙыусы Әкрәм Вәли, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, опера йырсыһы Мәғфүрә Сәлиғәскәрова, медицина фәндәре докторы, табип-офтальмолог Ғабдулла Ҡоҙаяров, Саҡмағош районы башлығы Реканс Йәмәлиев, Өфө ҡалаһының элекке башлығы Өлфәт Мостафин, велоспорт буйынса донъя чемпионы Айгөл Гәрәева, генерал-майор Мансаф Ғәлиев һәм башҡалар бар. Әлеге ваҡытта ла был ауылдар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, мәғариф, мәҙәниәт усаҡтары, медицина учреждениелары тотороҡло эшләй, мәҙәни һәм спорт саралары даими үткәрелә. Ғөмүмән, һәр йәһәттән уңған һәм булдыҡлы саҡмағоштарҙың даны республикала ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә таралған. Рәсимә Дамир ҡыҙы ошо вазифаға килгәс, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ҡушылып, бик куп эштәр башҡарғандар: Көсәкәй ауылына юл рәткә килтерелгән, Үрнәк ауылы урамдарына яҡтылыҡ үткәрелгән, “Белорус” тракторы алғандар һәм башҡалар. Тағы бер мөһим федераль проектта ҡатнашҡандар – Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы буйынса Аблай ауылында Ял паркы булдырылған, Еңеү паркы. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре обелискыларын да ҡарап, тәрбиәләп торалар. – Эйе, гүзәл зат өсөн ауыр һәм яуаплы булған ауыр йөктө үҙ өҫтөмә алдым. 2019 йылдың сентябрендәге һайлауҙа миңә урындағы халыҡ ышаныс белдереп, депутат итеп һайланы. Күп тә ваҡыт үтмәне Үрнәк ауыл советының хакимиәт башлығы вазифаһын тәҡдим иттеләр. Район хакимиәтендә лә миңә ышаныс белдергәс, күңелдә “тимәк, мин булдырамдыр” тигән дәрт, ҡеүәт уянды һәм бөтә булмышым менән ошо эштең асылына инергә тырыштым, - ти ул. "Форсаттан файҙаланып, тынғыһыҙ эшемдә миңә терәк булған ғаиләмә, шулай уҡ район хакимиәтенә рәхмәтемде еткергем килә, сөнки кеше бер үҙе генә уңыштарға өлгәшә алмай, ҡайҙа ла терәк кәрәк. Шулай уҡ мине аңлаған, эшемде баһалаған ауылдаштарыма, яҡташтарыма ла ҙур рәхмәт. Рәхмәттең иң ҙурын мине үҙ иткән, эшемдә дөрөҫ йүнәлеш һәм кәңәш биргән хеҙмәттәштәремә әйткем килә. Һәр ауылда миңә ярҙам итеп тороусы старосталар бар. Улар менән берлектә проблемаларҙы уртаға һалып хәл итәбеҙ, алдағы көндәргә пландар ҡорабыҙ. Районда, республикала үткән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ", - ти Рәсимә Дамир ҡыҙы. Ысынлап та, тынғыһыҙ етәксе “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсында 2022 йылда ҡатнашып, лауреат булған. Әлеге ваҡытта улар “Айык ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Бар яҡтан да уңған ул, йырлай, гармунда уйнай, ғаиләһе өсөн йән атып торған әсә, ауылдаштары өсөн ышаныслы терәк. Уңыштар теләйбеҙ! Фото: Рәсимә Зәйнетдинованың шәхси архивынан. .