Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тотош баҡса ширҡәте янып китә яҙған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 14 апрелдә, көндөҙ Кушнаренко районындағы “Исследователь” коллектив баҡса ширҡәтендә янғын тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр бара. Ҡотҡарыусылар килгәндә асыҡ 3х4 метр үлсәмендәге өс йортто, 3х8 метр ҙурлығындағы бер ҡатлы баҡса йортон ут ялмап алған була, шулай уҡ тирә-яҡтағы ҡоро үлән дә янған. Ҡотҡарыусылар 500 квадрат метр майҙанда асыҡ утты ҡамап алыуға өлгәшә. Янғынды һүндереүгә 20 кеше һәм 8 берәмек техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин да ваҡиға урынына сыҡҡан. Янғындың сәбәбен ведомствоның тәүтикшереүсеһе асыҡлаясаҡ. Әле республикала ҡоро һауа торошо күҙәтелә, шулай уҡ көслө ел иҫә. Был иһә янғын хәүефен тағы ла арттыра. Шуға ла баҡсасыларға ҡоро үләндәрҙе яндырмаҫҡа, усаҡ яҡмаҫҡа кәңәш ителә. Иртә яҙ янғын миҙгелен дә иртәләтте, былтыр тәүге урман янғыны 19 апрелдә теркәлһә, быйыл 3 апрелдә булған. Республикала янғындарға юл ҡуймау маҡсатында, 17 апрелдән янғынға ҡаршы режим индерелә. Был осорҙа усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндәргә административ штраф һалынасаҡ. Фото: mchsrb