Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иғтибар: автомобиль юлдарында сикләүҙәр индерелде!

Республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге айырым райондарҙа ҡар яуҙы. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары барлыҡҡа килгән. Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, юлдарҙы ҡарап тотоусылары менән берлектә 19:00 сәғәттән бөтә төр транспорт саралары хәрәкәтен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 14 апрелдән 15 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ға тиклем автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында: Магнитогорск – Ира 84-241 километрға Сибай – Аҡъяр 0-дән 102 километрға тиклем; Юлдыбай – Аҡъяр – Сара 0-дән 81 километрға тиклем. “Шуға күрә водителдәргә был йүнәлештә йөрөүҙән тыйылырға кәңәш итәм. Сикләүҙе бөтөрөү ваҡыты үҙгәртелеүе ихтимал”, – тип иҫкәртте республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов. Яңыраҡ тағы ла юл хәрәкәтен сикләү буйынса өҫтәмәләр индерелде: Бөгөн, 14 апрелдә, 20.00 сәғәттән Ейәнсура районының юл участкаһында транспорттың бөтә төрҙәре өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде: – Магнитогорск – Ира 241-287 километр; – Үрге Сарабил – Ҡыуандыҡ 0-дән 55 километрға тиклем. Сикләү ваҡыты яҡынса 15 апрелдең 9:00 сәғәткә тиклем дауам итә. Фото: @bash_gibdd