Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикабыҙҙа ҙур форумдар даими үтә

Былтыр Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы, Беренсе «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы, Бөтә Рәсәй күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәктәре форумы, «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» форумы, «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе, Агросәнәғәт форумы - 2022 һ.б. эре халыҡ-ара саралар үткән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк Хөкүмәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлек отчетына ярашлы Башҡортостанда 2022 йылдағы конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. - Республика бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге байтаҡ күләмле саралар уҙғарыу майҙансығына әүерелде. Уҙған йылда беҙ уларҙы 60-лап үткәрҙек, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Башҡортостанда уҙғарылған форумдарҙа йыл һайын ҙур инвестиция килешеүҙәре, шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһында һәм экспорт килешеүҙәре төҙөлә. Әүҙем конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге ҡунаҡхана өлкәһе предприятиеларының тәьмин ителешен арттырырға мөмкинлек бирә һәм ваҡиғалар туризмы үҫешенә булышлыҡ итә. - Уларҙың барыһы ла һиҙелерлек социаль-иҡтисади һөҙөмтә бирә. Шулай итеп, һуңғы 4 йылда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы даирәләрендә генә 200 миллиард һумдан ашыу суммаға хеҙмәттәшлек һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында 85 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында, мәҫәлән, 24 илдән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы булған. 93 миллиард һумлыҡ 55 килешеүгә ҡул ҡуйылды, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru