Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡурсаҡ театры быйыл асыласаҡ

8 апрелдә республика Башлығы Радий Хәбиров “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөкләндерелгән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының төҙөлөш майҙансығында булды. Учреждениены яңыртыу 2021 йылдың яҙында башланды, уны 2023 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана. Яңыртылған бинала тәүге спектаклдәрҙең яңы йыл каникулдарында уҡ ҡуйылыуы ихтимал. 300 урынлыҡ ҙур залда үҙенсәлекле өс кимәлле майҙансыҡ ҡуйыла. Реконструкция сиктәрендә 150 урынлыҡ бәләкәй зал да барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, театрҙа ҡурсаҡтар музейы, интерактив студиялар, яңы грим бүлмәләре һәм оҫтаханалар була. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яңы яҙма менән уртаҡлашты. “Ҡурсаҡ театрын реконструкциялауҙы быйыл тамамлайбыҙ. Бәләкәй тамашасылар Яңы йыл тамашаларын яңыртылған бинала ҡарай алыр, тип күҙаллайбыҙ. Беҙ театрҙың тәүге йөҙөн һаҡларға тырыштыҡ, сөнки ул – өфөләр өсөн иҫтәлек. Әлбиттә, күп нәмә үҙгәрәсәк. Фасад бик матур буласаҡ, театрҙың көмбәҙенә Ер шарының макетын ҡуясаҡбыҙ. Театр янындағы биләмәгә – айырым иғтибар, бында 50 йыл самаһы бер нимә лә эшләнмәгән. Мәҫәлән, асыҡ һауалағы ҙур булмаған музей барлыҡҡа киләсәк. Унда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә ингән 12 билдәле Рәсәй бинаһының миниатюраһы урын аласаҡ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov