Белорет районы Егәҙе ауылынан өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған «Рыжий» ҡушаматлы яугир туған мәктәбенә бүләк эшләгән. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ваҡытында ноутбук һатып алған һәм уны белем биреү учреждениеһына тапшырған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Егет әлегә буйҙаҡ, балалары юҡ, ләкин бер туғандары күп, өсәүһе Егәҙе мәктәбендә уҡый. Егәҙеләр мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Яугир рәхмәт билдәһе итеп урындағы мәктәпкә ноутбук бүләк иткән", - тип яҙған Андрей Иванюта социаль селтәрҙә. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Егәҙенән бөтәһе алты кеше саҡырылған, тағы ла бишәүһе контракт буйынса хеҙмәт итә. Ауыл халҡы ҡулынан килгәнсә егеттәргә ярҙам күрһәтә. Махсус хәрби операция башланғандан алып Егәҙе халҡы өс тапҡыр яҡташтарына ярҙам ылауы йыйған. Шулай уҡ ауылдан шәхсән Роберт Вәлиев ауылдаштарына Ҡазан һәм Ростов ҡалаларына барып, яҡташтары өсөн посылкалар, кәрәк-яраҡ йыйылмаһы алып барған. Егәҙелә берҙәм һәм татыу халыҡ йәшәй. Һүрәттә: яугир бүләк иткән ноутбук менән Егәҙе мәктәбе директоры. Фото: Андрей Иванютаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.