Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атайсал бөрйәндәре. Кемдәр улар?

Мин Күгәрсен районының Санъяп һәм Ҡасҡын ауылдарында үҫеп, ҙур донъяға аяҡ баҫтым. Санъяп рәсми документтарҙа Үрге Санъяп тип йөрөтөлә, сөнки йылға ағымы түбәнендә халыҡ телендә Уртауыл тип аталған Түбәнге Санъяп та булған. Уҙған быуат урталарында, йәшәгән урындарын йыш ҡына һыу баҫҡанлыҡтан, кешеләре күршеләге ике ауылға күсенгән. Ауылдарға өс быуат йыл, ә бәлки, күберәктер ҙә. Санъяп ауылы эргәһендә Ҡалабар йылғаһы сығып аға, ә уның эргәһендә боронғо ҡала булған. 1967 йылда күренекле археолог Нияз Мәжитов унда булып, ҡайһы бер материалдарҙы табып алған. Ауыл аҡһаҡалы Шәрифйән Әғзәм улы Йәнсурин ауыл ҡарттарының фекерен яҙып ҡалдырған. “Ауыл 1663 йылдар тирәһендә һалынған булырға тейеш”, – тигән улар. Ҡасҡын ауылы ла боронғолор. Ауылдың хәҙерге зыяратынан урманға табан тип-тигеҙ баҫыуҙа ҡурғанға оҡшаш ҡалҡыулыҡ була торғайны. Ике ауыл да хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Текә тау һырты аҫтында Ташлы (Урман Ташлы) йылғаһы аға, ҡаршыла – ауылдарҙан алыҫ түгел урман, уртала – сәсеүлек, мал көтөү өсөн – йылға буйы һәм тау һырты. Бына ошо матур тәбиғәт ҡосағына Бөрйән ырыуының бер төркөмө – аймағы (түбәһе) килеп урынлашҡан. Бик күптән “Атайсал бөрйәндәре” тигән исем бирелгән уларға. Ә кем ул Атайсал? Ошо һорауға яуап эҙләп, мин тарихсы ғалимдарҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт иттем. Күренекле яҡташым, үҙенең кесе иле-атайсалының тарихын төплө өйрәнгән бөрйән йәнле “Оло Эйек бөрйәндәре һәм Туйөмбәт менән Ҡотломбәт” исемле әҫәрендә Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейеш былай тип яҙған: “Күскән бөрйәндәргә башлыҡ булып етәкселек иткән кешеләрҙән Атайсал тигән бер уҙамандың исеме беҙҙең көнгә килеп еткән. Ул, күрәһең, иң арҙаҡлы кешеләрҙең береһе булған, шуға күрә үҙ дәүерендә үк уның көн иткән ерендәге бер тауға, йәйләгән яланына, эскән йылғаһына Атайсал тигән исем ҡушылып, шул атамалар әлегәсә һаҡланып ҡалған”. Шулайҙыр. Әммә беҙгә тулыраҡ аңлатма кәрәк. Ҡасан, ҡайҙа тыуған, ниндәй осорҙа йәшәгән? Әкрәм Бейеш атаһы Ғибаҙулла Абдулла улы Биишев (Зәйнәб Биишеваның ағаһы) хәти­рәләренә таянып, Атайсал шәжәрәһен төҙөп ҡалдырған. Минең өсөн иң ҡиммәте – шәжәрәлә Атайсалдан һуң беҙгә табан алтынсы быуын вәкиле Айсыуаҡ Мотай улының (Мотаев) тыуған йылы – 1750. Ғалимдар быуындар яңырыуына 25–30 йыл ваҡыт бирә. Ул заман өсөн ҙур ара, шулай ҙа мин ошоға буйһоноп, иҫәпләп ҡараным: 25*6=150. 1750-150=1600. Фирүзә һәм Азат Камаловтар ҙа, Атайсал 1595 йыл тирәһендә тыуған, тиҙәр. Килешәбеҙ: 1595 – 1600 йылдар. Беҙҙән кәмендә 425 йыл элек донъяға килгән булырға тейеш Атайсал тигән уҙаман. Ә бына ҡайҙа тыуғанын асыҡлап булманы. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә 1967 йылдың 4 мартында Ғибаҙулла олатай Биишевтең “Сибай” исемле мәҡәләһе баҫылған икән. Унда, шәжәрәнән тыш, Атайсал һәм уның тоҡомдары тураһындағы риүәйәт файҙаланылған. Гәзит мәҡәләһендә Атайсалдың Ирәндек буйлап күсеүе тасуир ителгән. Уның тәүҙә Ырымбур далаларында күсмә тормошта йәшәүе, унан хәҙерге Күгәрсен районы Санъяп ауылы тирәһенә килеп ултырыуҙары, шунан һуң ғына хәҙерге Иҫке Сибай ауылы ултырған ергә килеп нығыныуҙары тураһында яҙылған, тип әйтелә мәҡәләгә аңлатмала. Ялан башҡорттарына (был минең термин) йәшәүе бер ҡасан да еңел булмаған. Монгол-татар, Алтын Урҙа иҙеүҙәренә түҙмәй, ҡалмыҡтар менән ҡаты бәре­лештән һуң бөрйәндәрҙең бер ҙур төркөмө хәҙерге Бөрйән районындағы урмандарға, Ағиҙел йылғаһы буйындағы буш урындарға килеп ултырырға мәжбүр булған. Әммә был яҡта көтөүселек өсөн ялан-болондарҙың, игенселек өсөн сәсеүлек ерҙәренең ҡыҫынҡы булыуы яңы урындар эҙләргә этәргән. Ҡайҙа барырға? Элекке урындарҙың күбеһе улар юҡта ҡыпсаҡтар ҡулына күскән. Шуға ла бөрйәндәрҙең бер төркөмө Оло Эйек йылғаһы буйында туҡтала, икенсеһе Ташлы буйына китә. Бөрйәндәрҙең үҙ ерҙәренә кире ҡайтыу хәрәкәте XVI быуат аҙағынан XVIII быуат башына тиклем (сама менән 1580–1700 йылдар) бара. Кире ҡайтыу хәрәкәтен, минеңсә, Атайсал етәкләгән һәм ул уҡ үҙенең бөрйәндәре өсөн Ташлы йылғаһы буйындағы урындарҙы һайлаған. Атайсал көслө, эшлекле нәҫел тәрбиәләгән. Уның улы Аҡмырҙанан (1625) – Һарығол (1655), ә унан Айытҡол (1685) тыуа. Был уҙамандарҙың кем булғандары беҙҙең көнгә килеп етмәгән. Ә Айытҡол улы Мотай (1715) Бөрйән улысының старшинаһы вазифаһын башҡарған, Улы Биктимер менән оҙаҡ йылдар Санъяп-Ҡасҡын ауылы башҡорт­тарын етәкләгән. Биктимер 200 кешелек ғәскәр менән Пугачев ихтилалында Йылайыр ҡәлғәһендәге А. Лукьяновтың карателдәрен ҡыйратҡан. Айсыуаҡ, Ибраһим, Аҡҡол, Фәтҡулла, Әсәтулла, Әбдрәхман кантон начальниктары булған. Башҡортостан ауылдары тарихы буйынса оло белгес – Башҡорт дәүләт университетының профессоры Әнүәр Әсфәндиәров “XVIII быуаттың урталарына тиклем әле хәҙерге Баймаҡ районы биләмәһендә Атайсал исемле ауыл булған”, тип яҙа. Был ауыл һуңынан Тәнәкәй улы Сибайҙың исемен йөрөтә башлай, бөгөн ул – Иҫке Сибай. Сибайҙың беренсе улы Этбай 1775 йылда тыуған. Ошонан сығып иҫәп­ләгәндә, Сибай үҙе 1745 йылда донъяға килгән, ете ул атаһы. Ауылда 1798 – 1831 йылдарҙа 6-сы башҡорт кантонының штаб-квартираһы урынлашҡан. Атайсал нәҫеле бөрйәндәре ошо кантонға 33 йыл буйы хужа булып торған. Атайсал аймағына тағы ла Оло Эйек туғайына һырынған Моҡас (Сайыр, Курмишкин), Мырҙабай, Иҫке Сибай ауылдары ҡарай. Был ғына ла түгел, Ғәлим Камаловтың “Атайсал” исемле китабында (“Китап”, 2001) “Мәләүез районының Оло Моҡас, Бәләкәй Моҡас ауылдарындағы халыҡ та үҙҙәрен Атайсал ырыуы тип иҫәпләй. Атайсал тигән ара (аймаҡ) булыуы ла ғалимдарға билдәле. Мәҫәлән, Бөрйән районындағы Ғәҙелгәрәй (Шүл­гән), Аралбай (Боһондо башы), Ырымбур өлкәһе Переволоцкий райо­нының Ҡотлөмбәт (Бишул) ауылдарында атайсал тигән араға (аймаҡҡа) ҡараған кешеләр бар. Шулай итеп, Атайсал тигән кеше исеме ырыу, тоҡом атамаһына әйләнгән”, – тип яҙылған. Юғарыла мин Атайсал исемле кешегә бәйле мәғлүмәттәрҙе еңелсә генә бирҙем. Төп әйтер һүҙем икенсе. “Атайсал” һүҙен, атамаһын беҙ Башҡортостан кимәлендә әләм итеп күтәреп алдыҡ, ә үҙебеҙ ҡайһы ер-һыу атамаларына уның исеме бирелгәнен белмәйбеҙ. Ә бына Күгәрсен районының хәҙерге Түкәт ауылы тирәләй Бәндә­бикәнең ҡарындашы Ҡуйбикә исемле ҡыпсаҡ ҡатыны йәшәгән. Хөрмәтле кеше булғандыр заманында. Уның исеме менән яҡындағы ер-һыу объекттары аталған: Ҡуйбикә урманы, Ҡуйбикә яланы, Ҡуйбикә йылғаһы һәм башҡалар. Ошонан сығып, һорау тыуа: Ырымбур өлкәһенең далаларын, Баймаҡ, Күгәрсен, Бөрйән райондары биләмәләрен, башҡа тарафтарҙы гиҙеп, хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнап йөрөгән шәхестең бер ҡайҙа ла эҙе ҡалманымы икән ни? Әллә беҙ ғәмһеҙлегебеҙ арҡаһында күргән-ишеткәндәребеҙҙе быуындан-быуынға биреп ҡалдырыу кәрәклеге тураһында уйлап еткермәнекме икән? Үтенесем шул: әйҙәгеҙ, күмәкләп эҙләйек, табайыҡ кәрәк мәғлүмәттәрҙе. Эҫкерт эсендә йәшерелгән энә түгел бит ул. Роберт СОБХАНҒОЛОВ

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц