Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тормош драмаларынан туҡылған ижад

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Темәс ауылы ҡыҙы – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Әминә Яхинаның 70 йәшлек юбилейына арналған “Тормош драмаларынан туҡылған ижад” тип аталған кисә үтте. Әминә Миңлеғол ҡыҙы – 20-нән ашыу пьеса авторы, шуларҙың туғыҙы профессиональ театр сәхнәләрендә – Сибай, Салауат, “Сулпан” балалар театрҙарында ҡуйылған, пьесалары “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, “Парижды ла алдыҡ беҙ...”, “Етем төлкө” йыйынтыҡтарында донъя күргән. Ҡарлы-буранлы ҡышҡы көндәрҙең береһендә районыбыҙҙың йәмле Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яхиндың ғаиләһендә ете бала араһында бер матур ғына ҡыҙ бала донъяға килә. Ышаныслы, тоғролоҡло, ҡурҡыуһыҙ, тыныс булһын тигән теләктә уға Пәйғәмбәребеҙҙең әсәһе исемен бирәләр – Әминә. Атаһы Миңлеғол Яхин йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда яуҙан ҡайта һәм Шәүрә тигән ҡыҙ менән танышып, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Һуғыш арҡаһында уларға уҡырға насип булмай, шуға күрә ғаилә балаларын юғары белемле итергә ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай кеше яҡты донъя менән иртә хушлашыу сәбәпле, сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыу һәм кеше итеү бурысы әсәләре иңенә төшә: нисек кенә ауыр булмаһын, ул балаларын уҡытырға тырыша. Әминә Яхина 2-се кластан алып Баймаҡ мәктәп-интернатында белем ала. Унда ул, уҡыуҙағы алдынғылыҡтан тыш, саңғы спорты менән шөғөлләнеп, беренсе разрядлы спортсы булып таныла. Шулай уҡ класс старостаһы, отряд, дружина советы рәйесе, аҙаҡтан мәктәптең комсомол ойошмаһы етәксеһе булырға ла өлгөрә. Ул көслө рухлы, аҡыллы, сабыр һәм тыйнаҡ булып үҫә. Өфө дәүләт нефть институтын тамамлап, инженер-химик-технолог һөнәрен алып сыға һәм ғүмере буйы инженерлыҡҡа тоғро ҡала. Ҡыҙҙың ата-әсәһе бик күп гәзит-журналдар алдыра. Шунлыҡтан Әминә бәләкәйҙән уҡырға ярата, мәктәп йылдарында йәшереп кенә шиғырҙар ижад итә башлай. Уларға тормош тураһында уйланыуҙар, кешеләргә, донъяға һәм әсәгә һөйөү, матурлыҡты данлау хас. Был һәләтен ул ғүмере буйы йәшереп йөрөтөүгә ҡарамаҫтан, ижад даръяһы уны бөтөнләй икенсе йүнәлешкә ағыҙа – 45 йәшендә драматург булып таныла. Уның характерындағы булған теүәллек, ҡыҫҡалыҡ, конкретлыҡ һыҙаттары яҙмаларында ла сағыла. Быға техник юғары уҡыу йортон тамамлауы ла сәбәпселер, бәлки. Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге иғлан иткән иң яҡшы пьеса­ға конкурс Әминә Яхинаның ижади яҙмышын хәл итә лә инде. Тәүге “Ҡайы­рылмаһын ҡанаттар” исемле пьесаһы 2000 йылда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры тарафынан сәхнәгә ҡуйыла. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яңғыҙлыҡ һәм ташландыҡ балалар, һу­ғыш тарафынан һындырылған яҙ­мыш­тар, эскелек һәм наркомания, изгелек һәм яуызлыҡ тураһында уйланыр­ға мәжбүр иткән был драма шунда уҡ тамашасыһын таба, ҡала-ауылдарҙа премьералар аншлаг менән бара. Артабан Сибай дәүләт драма театры “Бабайға кәләш кәрәк!”, “Йән һөйгәнем һин генә”, Салауат театры “Аҡҡошом минең”, “Еҙ беләҙек” пьесаларын сәхнәләштерә. Әминә Яхинаның пьеса яҙырға тотон­ған сағында Баймаҡ китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина башлан­ғысы менән китапхана янында “Йәнгү­ҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе барлыҡҡа ки­лә, ойошмаға ижадҡа битараф бул­маған йәндәр туплана. Уның 50 йәшлек матур юбилейы “йәнгүҙәй”ҙәр менән берлектә бик матур үтте, унда яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә булды. Пьеса яҙыуҙан тыш, беҙ яҡташы­быҙҙы тәржемәсе булараҡ та астыҡ – тәржемә әҫәрҙәрҙе уҡыуға арналған “Театр һәм тел берләштерә” проекты сиктәрендә Әминә Яхина Әлмира Мөхәрәмованың “Ҡағылырға ине болоттарға...” тигән пьесаһын рус теленән башҡортсаға ауҙарҙы. Ижадсы был өлкәлә лә үҙен һынатманы. Әминә Яхина балалар өсөн дә бер­ҙәй ялҡынланып ижад итә. Уның баш­ҡорт халыҡ ижадына һәм рус әҙәбиәте­нән Александр Пушкин әкиәттәренә таянып ижад ителгән пьесаларынан төҙөлгән “Етем төлкө” китабы 2018 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты. “Сулпан” балалар театры уның “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы”, “Яңы йыл мажаралары”, “Етем төлкө”, “Синьор светофор” пьесаларын сәхнәләштерҙе. Бөгөн Әминә Яхина хикәйәләр, повестар ижад итә. Әҫәрҙәре республика гәзит-журналдарында, уларҙың сайттарында даими баҫылып тора. Ә инде “Күктәргә осто йәнем...” исемле повесы, “Ағиҙел” журналында баҫылып, уҡыусы­ларының күңелен яуланы. Был повесть буйынса “Ағиҙел” журналының “Аҡмул­ла арбаһы” проекты сиктәрендә Әбйә­лил районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, “Ағиҙел” журналы мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡу­нафин, бүлек мөдире, шағирә Гөл­нара Хәлфетдинова ҡатнашлы­ғында йәнле фекер алышыу ойошторолдо. Урындағы “Ғаилә” хеҙмәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы вәкилдәре әҫәрҙә һүрәтләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы буйынса үҙҙәренең фекерҙәрен, әҫәрҙең бик көнүҙәк һәм фәһемле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән, Магнитогорск, Белорет, Учалы ҡалаларынан килгән яҙыусылар ҙа үҙ фекерҙәре менән бүлешкән. Әминә Яхина оҙаҡ йылдар Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне. Хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһынан алты кешенең Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы ағзаһы булыуында уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының мәҙәни-әҙәби тормошонда ла ҡайнап йәшәй, уның инициативаһы менән йыл һайын “Йөрәктән – йөрәккә” шиғри проекты яңы әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ылыҡтыра. Бынан тыш, Әминә ханым – бик матур ҡатын, һөйөклө әсәй һәм өләсәй ҙә. Тормош иптәше Шәфҡәт Нурислам улы Булатов менән Сибай ҡалаһында үҙҙәре төҙөгән йортта йәшәйҙәр, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, әлеге ваҡытта бәхетле өләсәй һәм олатай булып, яҡындарына ҡыуанып ғүмер итәләр. Ижад кисәһендә Әминә Яхинаның һабаҡташтары, әхирәттәре, уҡытыусы­лары – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Руфа Бик­бирҙина, Рәсәй Федерацияһының мәға­риф алдынғыһы Гөлсара Йәнтүрина, тәрбиәсеһе Рауил Байрамғолов, ижадташ дуҫтары – “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Юбиляр хөрмәтенә халыҡ ижады үҙәге артис­тары Илнур Аслаев һәм Ғәлинур Ҡарасурин башҡарыуында “Тыуған көн” йыры яңғыраны. Баймаҡ лицей-интернаты коллективы исеменән Фәнүзә Байғотлина ҡотлап, әлеге ваҡытта ла интернатта драматургтың исеме оло ғорурлыҡ ме­нән телгә алыныуын бәйән итте. 4-се мәктәп уҡыусылары, Йәш натуралистар станцияһы янында эшләгән “Затейники” театр түңәрәге артистары (етәк­се­ләре – Нурия Йәнбәкова) Баймаҡ балалар модель китапханаһы менән берлектә “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы” пьесаһынан библиоперфоманс ҡуйҙы. Мәғариф ветераны Вәсимә Ямантаева “Күктәргә осто йәнем...” исемле повесы буйынса уй-фекерҙәре менән бүлеште. Кисәлә ҡатнашыусылар драматургтың Сибай дәүләт драма театры ҡуйған “Бабайға кәләш кәрәк!” спектакленән өҙөктө экрандан ҡараны. Әминә Яхина шиғырҙарын уҡып ишет­терҙе, киләсәккә ижади пландары менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыу­сылар барыһы ла юбилярҙың бала сағынан алып ныҡышлығын, һәр ваҡыт алдынғы булып, артынан әйҙәп алып йө­рөүен телгә алды, техник университет тамамлауға ҡарамаҫтан, яҙыусы булып китеүенә һоҡланыуҙарын белдерҙе. “Булыр бала бишектән” тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ спортта һынатмаған, йәмәғәт өлкә­һен­дә әүҙем булған, шиғырҙар яҙырға ла өлгөргән Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина тормошта ла һәр саҡ алдынғы булып йәшәй. Шулай уҡ ҡолас йәйеп ижад та итә: драмалары сәхнәләрҙән төшмәй, хикәйә-повестары матбуғат биттәрендә донъя күрә. Яҡташыбыҙға артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һау­лыҡ, дуҫтары, яҡындары солға­нышында бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Айгөл ИҘЕЛБАЕВА Баймаҡ районы.