Рәсәй Президенты Владимир Путин "май" указы нигеҙендә башланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты сиктәрендә Салауат катализатор заводы композит катализаторҙар етештереүгә льготалы займ алды, тип хәбәр итә Салауат хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ярты миллиард һум күләмендәге сумма (499,6 миллион) Башҡортостан сәнәғәтте үҫтереү фонды тарафынан бирелгән. Яңы етештереү ҡеүәте йылына 2500 тонна тәшкил итәсәк, 60 эш урыны булдырыласаҡ. Предприятиела билдәләүҙәренсә, производствоны локалләштереү кимәле 100 процент тәшкил итәсәк, производствола тик Рәсәй сеймалы ғына файҙаланыласаҡ. Композит катализаторҙар нефть эшкәртеү, нефть химияһы, газ химияһы процестарында углеводород ағымын органик булмаған ҡушылмаларҙан таҙартыу өсөн адсорбент сифатында, шулай уҡ юғары таҙалыҡтағы водород, кислород, метан алыу өсөн кәрәк. Тәүге катализаторҙар конвейерҙан 2024 йылдың башында уҡ төшәсәк. Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров федераль телеканал эфирында республиканың импортты алмаштырыу мәсьәләһенә комплекслы ҡарашы тураһында хәбәр иткәйне. "Эш шунда: импортты алмаштырыу мәсьәләһенә беҙ әле түгел, 24 февралдән һуң да, санкциялар индерелгәндән һуң да килмәнек. 2014 йылдан беҙ был хәлгә әҙерләндек. Бынан тыш, республиканың байтаҡ компаниялары – ҙур юғары технологиялы эшкәртеү предприятиелары – санкциялар аҫтында күптән инде булды. Һәм беҙ ул саҡта уҡ, мәҫәлән, беҙҙең вертолеттарҙа йә украин, йә француз двигателдәре тороуын аңланыҡ. Ә хәҙер Башҡортостан предприятиелары вертолеттар өсөн двигателебеҙҙе әҙерләгән дә инде”, - тине төбәк етәксеһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә тапҡыр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Илебеҙҙең, Рәсәйҙең үҫеше шәхси инициативаға, һеҙҙең һәм һеҙҙең менән эшләгән кешеләр кеүек үк маҡсатҡа ынтылыусан, эшһөйәр, ныҡышмалы кешеләрҙең уңыштарына бәйле, тип ныҡ ышанам. Беҙ шәхси, бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ – әгәр ҙә элекке йылдарҙағы кеүек бергә эшләһәк", – тине дәүләт башлығы “Бәләкәй бизнес-милли проект!” форумында. Мәғлүмәт: industry.bashkortostan.ru/presscenter/news/525788/, vk.com/public218827744