Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусылар министрҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Баш ҡалабыҙ Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы дауам итә. Ул быйыл 33-сө тапҡыр үткәрелә. Был бәйге “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” конкурстарын берләштерә. Был йүнәлештәр менән бер рәттән, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы ла гөрләп дауам итә. Ул быйыл 28-се тапҡыр уҙғарыла. Унда республика һәм Рәсәй төбәктәренән 61 педагог ҡатнаша. Быйылғы бәйгеләр Уҡытыусы һәм остаз йылында уҙыуы менән дә әһәмиәтле. Бөгөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының йомғаҡлау этабы – бәйге финалсыларының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән матбуғат конференцияһы үтте. Конкурстың һәр йүнәлеше буйынса иң яҡшылар тип табылған бишәр финалсы Айбулат Вәкил улы һәм ҡунаҡтар тарафынан бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Һорауҙар төплө, ҡыҙыҡлы, төрлө яҡлы ине. Мәҫәлән, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү, илһөйәрлек тәрбиәләү алымдары, интернет селтәрендәге хәүефһеҙлек, донъя кимәленә сығырлыҡ белем биреү системаһын булдырыуға ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Шулай уҡ конкурсанттар “Әгәр мин бер көн мәғариф министры булһам...” тигән темаға үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Ярыш йәнле аралашыуға, фекер алышыуға ҡоролдо. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц