Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ринат Камалды яҡташтары ҙурланы

“Мәсетле – әҙиптәр төбәге” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Мәсетле районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал тыуған яғында бер нисә ауылда әҙәби осрашыу ойошторҙо. Ошо проект Президент грантын отҡан. Әйткәндәй, Ринат Әлтәф улы тыумышы менән Дыуан-Мәсетле ауылынан. - Бер нисә урында халыҡ, шул уҡ ваҡытта уҡыусы балалар менән осрашыуҙарға саҡырҙылар, – тип һөйләй Ринат Камал. – Дыуан-Мәсетле ауылының музейында ла ҡыҙ һәм егеттәр менән әҙәбиәт тураһында һөйләштек. Шуға иғтибар иттем һәм ҡыуандым, йәштәр китап уҡый, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Осрашыуҙы ойоштороусылар, киләсәктә альбом туплау һәм уны осрашыуҙарҙа ҡулланыу өсөн, Ринат Камалдан мөмкин тиклем бай мәғлүмәт алыуға иреште. Фото: Мәсетле ауыл-ара китапханалар системаһы.