Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙ – ныҡлы тыл!”

Был егетте “Башҡортостан” гәзите редакцияһы бәләкәй сағынан белә. Атаһы – билдәле журналист һәм яҙыусы Рәлис Ураҙғолов ғүмеренең байтаҡ өлөшөн беҙҙең гәзиткә арнаған кеше. Ғаиләләрендә бер-бер артлы тыуған биш балаһы тураһында ла белеп торҙоҡ, улар редакцияға килеп йөрөнө, арабыҙҙа үҫте. Шул малай-ҡыҙҙарҙың эшҡыуарҙар булып китеүен белгәс, ысын күңелдән ҡыуандыҡ, уларҙың уңыштарын күҙәтеп барҙыҡ. Минең бер ҡағиҙәм бар... Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, өлкәндәре Тимерғәле Ураҙғолов тураһында республика кимәлендә лә ишетелә башланы. Эшҡыуар егеттең үҙен йәмәғәт эшенә арнап, Украина биләмәһендә алышҡан яугирҙәргә гуманитар йөк йыйып, уны урынға тиклем алып барыуы хаҡында республиканың киң мәғлүмәт саралары бер генә яҙманы. Тимерғәле Өфөлә тыуа, аҙаҡ Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында үҫеп буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас, Өфө авиация техникумына уҡырға инә һәм радиоэлектроника белгеслегенә уҡый. Күмәк балалы ғаиләлә баш бала булған малай бәләкәй саҡтан яуаплылыҡ хисе тойоп үҫә һәм ата-әсәһенә финанс яҡтан ауырлыҡ килтермәҫкә теләй. Шуға күрә ул үҫмер сағынан уҡ ниндәй ҙә булһа бизнес менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Уҡып йөрөгән йылдарында ул “Тимур һәм уның командаһы” кеүек ойошма булдыра. Унда егеттәрҙе туплай һәм кешеләргә төрлө эштәр башҡарырға ярҙам итә. Күсенеү, йыһаздар ташыу, төҙөлөш сүп-сарын сығарыу – ошоноң ише эштәр менән шөғөлләнә улар. Техникумды тамамлағас, егеттәр менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу эшенә тотоналар. Тимерғәле 80-гә яҡын кешене берләштерә ала. Шул саҡта ул үҙенең тәүге бәләкәй генә ойошмаһын булдыра. Йәш егеттәр эштән ҡурҡып тормай – яҡын-тирәләге райондарға сығып ҡулдан ҡоҙоҡ ҡаҙалар. Аҙаҡ тәжрибә туплап алғас, һыу, канализация үткәреү менән дә шөғөлләнә башлайҙар. 2009 йылда армияға саҡырыла һәм Тыуған иле алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Унан яңы идеялар менән әйләнеп ҡайтҡас, пилорам ҡуя, ҡоҙоҡ ҡаҙыу менән шөғөллә­неүен дә дауам итә. Егеттәре менән беседка, бәҙрәф һәм ағастан башҡа әйберҙәр эшләй башлайҙар. Шлакоблок, керамзитоблок, тротуар плитәләренә тиклем етештерәләр. Әммә 2013 йылда янғын арҡаһында уның бөтә инструменттары ҡуйылған базаһы юҡҡа сыға. Тимерғәле юғалып ҡалмай. Бизнесының бер өлөшөн тергеҙә. Шулай ҙа төп йүнәлешен үҙгәртергә ҡарар итә. Ул саҡта ҙур һорау менән ҡулланған “Все по 39” магазиндарын асып ебәрә. Был тармаҡта ла уңышҡа өлгәшә егет. Әле Тимерғәле Рәлис улы коммерцияға ҡараған биналар төҙөү һәм уларҙы ҡуртымға биреү менән шөғөлләнә. Эшҡыуар егет Өфө эшҡыуарҙары союзы рәйестәше лә. Бөгөн беҙ уны махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк ташыусы әүҙем егет итеп беләбеҙ. Әйткәндәй, хәйриә эше менән дә ул электән шөғөлләнгән икән. – Ҡасан һәм күпме генә аҡса эшләһәм дә, минең бер ҡағиҙәм бар – килемдең 10 проценты хәйриә өсөн. Атайым менән әсәйем шундай тәрбиә биргәндәр, бәләкәй саҡтан кешеләргә, мохтаждарға ярҙам итеүҙе бик мөһим тип иҫәпләйем, – ти ул. Ышаныс та, ярҙам күләме лә арта Пандемияға тиклем ул Өфө эшҡыуарҙары союзы менән бергә ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам иткән. Инвалид булһынмы ул, янғында мөлкәтен юғалтҡан кешеме – улар ситтә ҡалмаған. Донъяла коронавирус пандемияһы башланғас, дауаханаларға йөҙ бора. Мәҫәлән, дауаханаларға ремонт та эшләгәндәр, антисептиктар һәм башҡа һаҡланыу әйберҙәре алып бирешкәндәр. Илдә махсус хәрби операция башланыу менән ул был эшкә ҡушыла. Ә сентябрь айында өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, эш күпкә йәнләнә. – Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыу менән күп нәмә үҙгәрҙе. Беҙҙең фекерләү, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә. Тәүге гуманитар йыйындарҙан уҡ кешеләребеҙҙең ни тиклем берҙәм булыуын күрҙем. Һәм беҙҙең тыл көслө булыуына көндән-көн нығыраҡ инанам. Яугирҙәр өсөн әйбер йыйғанда бер кем дә ситтә ҡалмай. Вайымһыҙ кешеләр юҡ, барыһы ла ярҙам итә – өлкән йәштәге өләсәйҙәр ҙә, олатайҙар ҙа, балалар ҙа. Улар йөн ойоҡ, бирсәткә бәйләй, туҡмас киҫә, бауырһаҡ бешерә, маскировка селтәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, әле өйөндә тушенка әҙерләй башланылар. Ир-ат егеттәр өсөн техника әҙерләй, ағас-таҡта ебәрә. Был – ҙур хеҙмәт! – ти Тимерғәле. Билдәле булыуынса, 25 сентябрҙә тәүге егеттәр полигондарға әҙерлек үтергә тип юллана. Ә Тимерғәле үҙенең иптәштәре менән тәүге йөктө 28 сентябрҙә үк Ҡазанға алып барып еткерә. – Минең бизнес башлыса Архангел районында урынлашҡан. Күп кенә эшселәрем дә ошо райондан. Мобилизацияға эләккән егеттәр араһында таныштар ҙа бар ине. Улар ашығып, ҡапыл сығып китте. Тәүге ваҡытта нимә кәрәк икәнлеген дә белмәйҙәр ине бит. Шуға күрә беҙ йыйылдыҡ та, уларға кәрәкле әйберҙәр алып барырға ҡарар иттек. Архангел менән Ҡырмыҫҡалы райондары бер военкоматҡа берләшкән, шуға тәүҙә ошо ике район егеттәренә хәстәрлек күрһәттек, – ти егет. Тимерғәле үҙе генә Ҡазанға биш-алты тапҡыр, Һарытауға һәм Ростовҡа икешәр тапҡыр бара. Ә махсус хәрби операция зонаһында өс тапҡыр булып ҡайтҡан. Әле дүртенсегә юлға сығырға әҙерләнә. Эйе, хәҙер эш әллә ҡасан бер-ике район киңлегенән сыҡты. Тимерғәле бар республика кимәлендә егеттәргә ярҙам итә. Тәүге айҙарҙа кеше бик ышанып бармай ине, ти ул. Беренсе тапҡыр аҡса йыйыу иғлан иткәс, 250 мең һум самаһы ғына йыя улар. Ә хәҙер ышаныс та, ярҙам күләме лә арта. 5-7 миллион һум йыйылған осраҡтар ҙа булғылаған. – Кешенең төрлөһө бар, беҙҙең ни өсөн әйбер йыйыу ойоштороуыбыҙ һәм гуманитар конвойҙар йөрөтөүебеҙҙе аңламағандар ҙа осрай. Күңелһеҙ хәбәрҙәр ҙә яҙалар, әммә улар бик аҙ. Беҙ – тыл, яугирҙәр өсөн беҙҙең ярҙам мөһим. Беҙ ҙә дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, – ти егет. – Беҙгә ярҙам иткән һәр кемгә күңел йылыһы һәм битараф булмауҙары өсөн ҙур хөрмәт һәм рәхмәт әйткем килә. Яугирҙәргә район хакимиәттәре, эшҡыуарҙар мөмкин тиклем ярҙам күрһәтә. Осрашыуҙа беҙҙең егеттәр Башҡортостандың гуманитар ярҙамды йыш ебәреүен һәм үҙ яугирҙәренә булышлыҡ итеүен һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә ала. Тимерғәлегә, үҙе лә эшҡыуар булғас, йөк йыйыуы еңелерәк бирелә. Сөнки таныш бизнесмендар күп, улар егеткә ышана, ҙур суммалар күсерә. Араларында бер юлы 500, 600 мең һум күсергәндәр ҙә бар икән. Эштә егеттәргә телевидение, интернет, гәзиттәр ярҙам итә. Һуңғы ваҡытта “сарафан радиоһы” ла әүҙем эшләй башлаған. – Беҙ бер кемде лә айырмайбыҙ. 100 һум күсерһәләр ҙә – был дөйөм еңеүгә өлөш. Кемдер үҙ ҡулдары менән кәрәкле әйберҙәр бешереп, тегеп һала, икенселәр “УАЗ”иктар һәм мобиль мунсалар алып биреп ебәрә. Һәр кемдең мөмкинлеге төрлө, – ти ул. Шуныһы, егеттәр республиканың берләштерелгән гуманитар ылауы составында бара. Шул уҡ ваҡытта уларҙың исемле посылкаларҙы тапшырыу мөмкинлеге лә бар. Тимерғәле әйтеүенсә, барыһы ла маршруттан тора, тик барыбер әҙерәк ситләшеп йәки ул егеттәр үҙҙәре ылау юлына килеп, быны башҡарырға була. Шуға күрә уға мөрәжәғәт итеп, шәхси посылкалар ҙа ебәреү мөмкинлеге бар. Әлбиттә, беҙҙең яугирҙәрҙе илдең Оборона министрлығы барлыҡ кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Әммә уларға бурыстарын уңышлы үтәр өсөн уңайлыҡтар, өй йылыһы кәрәк. Шуға күрә Тимерғәле даими рәүештә гуманитар ылау өсөн аҡса йыйыу менән шөғөлләнә. Уларҙың реквизиттарын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Ойошмалар өсөн АНО ЦЕНТР ПОДДЕРЖКИ ВОЕННОСЛУЖАЩИХ И ИХ СЕМЕЙ “Патриот” Расчётный счёт: 40703810906000003491 ИНН: 0203951820 КПП: 020301001 ОГРН: 1220200038057 Банк: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК БИК: 048073601 Кор. счёт: 30101810300000000601 Ябай кешеләр өсөн Күпме теләйһегеҙ, шунса аҡса күсерә алаһығыҙ, унда “Пожертвование” тигән яҙыу ҡалдырырға онотмағыҙ. Телефон номеры буйынса, Һаҡлыҡ банкы: 89373000054 Картаның номеры: 2202 2061 6146 2911 Получатель: УРАЗГУЛОВ ТИМЕРГАЛИ РАЛИСОВИЧ Тимерғәле Рәлис улына изге эшендә уңыштар теләйбеҙ! - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА