Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҙғы сәсеү нисек үтер?

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәт менән идара итеү буйынса комитет ултырышы үтте. Уны комитет рәйесе Флүр Ураҙмәтов уҙғарҙы. Депутаттар быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында мәғлүмәтте тыңланы һәм тикшерҙе. Был тема буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов сығыш яһаны. Ауыл хужалығы министрлығы күҙаллауҙары буйынса, ҡайһы бер райондарҙа аграрийҙар баҫыу эштәрен апрель башында йә уртаһында уҡ башлай аласаҡ. Ужым культуралары 318,9 мең гектар майҙанда сәселгән. Шуларҙың 60 проценты һыуыҡҡа бирешмәгән һәм ҡышты яҡшы сыҡҡан, 34 проценты ҡәнәғәтләнерлек, алты проценты насар торошта (һирәк һәм хөрт сыҡҡҡан). – Игенселәрҙе борсоған төп мәсьәлә – орлоҡ менән тәьмин итеү. Яҙғы сәсеү өсөн ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары 285 мең тонна күләмендә бар, был пландың 101 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, беҙҙә страховка һәм күсмә иген фонды бар. Һатыуға 77 мең тонна орлоҡ һалынған, шуларҙың яртыһы – элиталы. Сертификация органдары күмелгән орлоҡтарҙың 83 процентын тикшергән, уның 94 проценты дәүләт стандарттарына тап килә. Тикшереү дауам итә. Әле республика биләмәһендә етештерелмәгән орлоҡтар бар: шәкәр сөгөлдөрө – 82, кукуруз – 67, көнбағыш – 65, рапс – 82 процент. Был культураларҙың орлоғон алыу дауам итә, тәьмин итеү йөҙ процент тәшкил итәсәк. Бынан тыш, хужалыҡтар картуф һәм соя орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән, – тине Ирек Сураҡов. Министр урынбаҫары яҙғы баҫыу эштәрен финанслау, льготалы ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредитлау, дәүләт ярҙамы йүнәлештәре мәсьәләләренә туҡталды, шулай уҡ депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Һуңынан комитет ағзалары “Башҡортостан Республикаһында үҙ ихтыяждары өсөн граждандарҙың баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүе тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” закондарға төҙәтмәләр индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһының 5-се статьяһына төҙәтмәләр индереү тураһында”ғы закон проекттары өҫтөндә эшләне. Ултырыш барышында Дәүләт Думаһынан алынған федераль закон проекттары ла тикшерелде: “Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.37-се статьяһына төҙәтмәләр индереү тураһында”, “Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында” Федераль закондың 2-се статьяһына төҙәтмәләр индереү һәм “Рәсәй Федерацияһының Ер кодексының 39¹¹ статьяһына төҙәтмәләр индереү тураһында”. Фото: Р. Мусина һәм gsrb.ru