Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡышҡыһын балыҡ тотоу

Ҡыш миҙгелендә балыҡ тотоуҙы шартлы рәүештә өс этапҡа бүлергә мөмкин: тәүге боҙ аҫтынан тотоу; балыҡ насар эләккән осор; һуңғы боҙ шатлыҡтары. Тәүге боҙ аҫтынан тотҡан мәлдә балыҡ яҡшы эләгә, бөтә ерҙә лә тип әйтерлек аҡ балыҡ һәйбәт ҡаба. Йыртҡыс төрҙәрҙе тоторға яратҡан балыҡсылар суртан, алабуға, һыла тотоп кинәнә ала. Уларҙы йылтырмаға ҡап­тырыу отошло. Ғәҙәттә, селбәрәгә тотоусылар ҙа ҙур табыш менән ҡайта. Был ваҡытта бөтә балыҡтар ҙа ихлас ҡабыусан, ем һайламай эләгә, сөнки һыуҙың өҫтөн боҙ ҡаплағас, туйынып ҡалырға тырышалар. Әммә бер нимәне иҫтән сығарырға ярамай: боҙ әле йоҡа. Шуға күрә боҙтишкесегеҙ менән ҡарап барырға кәрәк. Был осор ноябрь, декабрь айҙарына тура килә. Балыҡ насар эләккән осорҙо йәки ҡайһы бер йылға-күлдәрҙә бөтөнләй эләкмәгән ваҡытты тәжрибәле балыҡсы­лар “үле миҙгел” тип атай, әммә был уларҙы туҡтатмай. Барып, өс-дүрт бәләкәй генә алабуға йә сабаҡ тотмаһа, күңеле булмай. Был осор ғинуар, февраль айҙарына тура килә. Һуңғы боҙҙа балыҡ тотоуҙы күптәр түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки яҙға табан ярым йоҡоло балыҡтар уяна, тамаҡ эҙләй башлай. Аҡ балыҡтар ҡышлаған соҡорон ташлап, ярға яҡын килә. Һыу­ҙың да, атмосфераның да темпера­тураһы күтәрелә башлай, шуға күрә балыҡсылар ярға яҡын итеп мәке уя. Был осор иң уңышлыһы тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, бигерәк тә ажау, эре сабаҡтар, хатта табан эләгә башлай. Ҡайһы бер урындарҙа һаҙан да тоталар. Әммә, хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, ҡояш нурҙары боҙҙо “ашай”, ғүмерегеҙҙе һаҡлағыҙ. Яҙғыһын балыҡ тотоу мауыҡтырғыс булһа ла, хәүефе лә ҙур. Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: 1. Боҙҙоң ҡалынлығы 7-8 сантиметр булмаһа, өҫтөнә төшмәгеҙ. Әгәр еңел машина менән боҙ өҫтөнән үтергә кәрәкһә, уның ҡалынлығы 20-25 сантиметр булырға тейеш. 2. Тәрән ергә бармауығыҙ хәйерле, сөнки унда бөтөнләй балыҡтың булмауы мөмкин. 3. Бигерәк тә яҙға табан ҡамышлы яр буйында һаҡ булырға кәңәш ителә, сөнки унда боҙ йоҡа була, ҡояш нурҙарына ҡамыш тиҙ йылына һәм боҙҙо ҡумшыта. 4. Кейгән кейемегеҙ йылы булһын, әммә тирләтмәһен, ҡалтыранып ултырған балыҡсыларҙы йыш күрергә була. Балыҡ тотоу һеҙгә ләззәт бирергә тейеш. Термосығыҙҙа эҫе сәй, кеҫәгеҙҙә тулы зарядлы телефондың булыуы мотлаҡ, яҡын-тирәлә иптәштәрегеҙ булһын. Ҡышҡыһын балыҡҡа йөрөгән кешелә бер ваҡытта ла депрессия булмай, улар йөрәк-ҡан сирҙәренә лә бирешеп бармай, сөнки организм нығына. Һәр бер балыҡсы мәкегә ҡарап эстән генә нимәлер уйлай, уның менән хатта һөйләшеп ала. Бына ошо инде иң бәхетле минуттар! Әсләм Камалов