Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙә “Сыңрау торна” гөрләне (мотлак)

Мәскәүҙә “Сыңрау торна” исемле тәүге башҡорт музыкаһы фестивале үтте. Унда вокаль, инструменталь, хореография, коллектив сығыштар менән 35 конкурсант ҡатнашты. Яҙҙың тәүге көнөндә яҡташтарҙы Башҡортостанға һөйөү осраштырҙы. “Сыңрау торна” Башҡортостандан сығып, Мәскәү, Мәскәү өлкәһендә йәшәгән таланттар өсөн үҙҙәрен күрһәтеү өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Концерт тамашасылары заманса һәм халыҡ көйҙәрен, автор йырҙарын, уҙған быуаттың башҡорт классикаһы әҫәрҙәрен тыңланы. Марсель Вәхитов, Наталья Альтнер, Айрат Мусин, Илнур Исламғолов, Хәйҙәр Вәлиев, Наил Сырлыбаев кеүек мәҙәниәт эшмәкәрҙәре жюри составында булып сығыштарҙы баһаланы. Фестиваль-конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә, Гран-приға Ленара Солтанова лайыҡ булды (вокал). Айырым сығыштарҙа 1-се урынды Илдар Динмөхәмәтов яуланы (вокал). Ижад коллективтары араһында еңеүгә “Хазина” төркөмө эйә булды. Тәүге урындарҙан тыш, төрлө номинациялар буйынса ла еңеүселәр асыҡланды. Сараның бағыусыларынан һәр ҡатнашыусы иҫтәлекле бүләктәр алды. Кон

Мәскәүҙә “Сыңрау торна” исемле тәүге башҡорт музыкаһы фестивале үтте. Унда вокаль, инструменталь, хореография, коллектив сығыштар менән 35 конкурсант ҡатнашты. Яҙҙың тәүге көнөндә яҡташтарҙы Башҡортостанға һөйөү осраштырҙы. “Сыңрау торна” Башҡортостандан сығып, Мәскәү, Мәскәү өлкәһендә йәшәгән таланттар өсөн үҙҙәрен күрһәтеү өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Концерт тамашасылары заманса һәм халыҡ көйҙәрен, автор йырҙарын, уҙған быуаттың башҡорт классикаһы әҫәрҙәрен тыңланы. Марсель Вәхитов, Наталья Альтнер, Айрат Мусин, Илнур Исламғолов, Хәйҙәр Вәлиев, Наил Сырлыбаев кеүек мәҙәниәт эшмәкәрҙәре жюри составында булып сығыштарҙы баһаланы. Фестиваль-конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә, Гран-приға Ленара Солтанова лайыҡ булды (вокал). Айырым сығыштарҙа 1-се урынды Илдар Динмөхәмәтов яуланы (вокал). Ижад коллективтары араһында еңеүгә “Хазина” төркөмө эйә булды. Тәүге урындарҙан тыш, төрлө номинациялар буйынса ла еңеүселәр асыҡланды. Сараның бағыусыларынан һәр ҡатнашыусы иҫтәлекле бүләктәр алды. Конкурс Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән “Башҡортостан мираҫы” проектына ярашлы уҙғарылды. Фото: Ләйсән Аҙнабаева.