Башҡортостанда медицина көндән-көн уңайлыраҡ, юғары технологиялы һәм заманса була бара
2023 йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бөтә финанслау сығанаҡтарынан 106,9 миллиард һум йүнәлтелгән. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди-техник базалар яңыртыла, йәғни медицина ярҙамы инфраструктураһы үҫешә. 2023 йылда дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 203 миллион һумдан ашыу суммаға 185 автомобиль һатып алына. 2023 йылда республикаға 25 күсмә медицина комплексы һәм 20 берәмек "ауыр" ҡорамал килтерелде.
Салауат районының Малаяҙ үҙәк дауаханаһы күсмә рентген аппараты һәм уның реанимация бүлеге Mindray WATO EX 35 наркоз-һауыҡтырыу (анестезиологик) системаһы алды. Күсмә рентген аппараты ярҙамында табиптар пациентты палатала тикшерә ала. Яңы ҡорамалдың хаҡы – һигеҙ миллион һум. Аппарат реанимация бүлеге пациенттарын диагностикалау өсөн ҡулланыласаҡ.
Mindray WATO EX 35 наркоз-һауыҡтырыу (анестезиологик) системаһы беҙҙең илдә күптән инде үҙен ышаныслы һәм сифатлы ҡорамал булараҡ таныта. Наркоз аппараты ярҙамында пациенттарға хирургик, травматологик, гинекологик операциялар ваҡытында дөйөм анестезия яһаласаҡ. Наркоз аппараты алты вентиляция режимында эшләй ала. Электрһыҙ ике сәғәткә тиклем эшләү мөмкинлеге ҙур үҙенсәлек булып тора.
Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлеге мөдире Алик Сәләхов:
– Күсмә рентген аппаратының конструкцияһы еңел эшләргә мөмкинлек бирә, ә цифрлы ҡеүәттәр белгестәргә юғары сифатлы һүрәт ярҙамында тиҙ арала экспресс-диагностика үткәрергә булышлыҡ итә. Был айырыуса реанимация бүлеге пациенттары – юл-транспорт фажиғәһендә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәр өсөн мөһим.
"Халыҡтың һаулығы һәр саҡ беренсе урында тора. Һәр ваҡыт шулай булыр", – ти республика Башлығы Радий Хәбиров. Республика командаһы ошо йылдар дауамында медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу бурысы өҫтөндә эшләй, тип билдәләй ул. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем лайыҡлы шарттарҙа белгестәрҙең квалификациялы ярҙамына, дөрөҫ һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота алһын өсөн был мөһим.