31 декабрҙә Белорет районының Шығай ауылында атаҡлы ҡурайсы, республика ҡурай конкурстарында дүрт тапҡыр Гран-при яулаусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Григорий Аксаков исемендәге орден кавалеры Мөхәмәт Усман улы Түләбаев призына икенсе тапҡыр “Ҡурай сере” асыҡ район ҡурай конкурсы уҙҙы. Быйылғы ҡурай байрамы олуғ ҡурайсыбыҙ Мөхәмәт Усман улының олпат юбилейы – 80 йәше тулыуына арналды. Сарала ҡатнашыусыларҙы район мәҙәниәт бүлеге мөдире Ольга Борисовна Овчинникова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Искәндәр ҡыҙы Әхмәтйәнова тәбрикләне. Тәүҙә 7 йәштән 12 йәшкә тиклемге төркөмдәге йәш ҡурайсылар сығыш яһаны. Һуңынан 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге төркөмдә яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштарын ҡаранылар. Яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары тамамланғас, ансамблдәр сығыштары башланды. Тәүҙә Мөхәмәт Тулебаев исемен йөрөткән ансамбль сәхнәгә сыҡты. “Ҡурай сере” асыҡ район ҡурайсылар конкурсында 50 солист һәм ете ансамбль ҡатнашты. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ҡурай һөйөүселәр йыйылғайны – Өфө, Белорет ҡалалары, Баҡалы, Белорет, Учалы, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Салауат райондарынан, Силәбе өлкәһенән килгәндәр. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәнсе тәнәфестә Мөхәмәт Түләбаев тураһында документаль фильмдар күрһәтелде. Көсөргәнешле бәйгелә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районының Бәжекәй ауылынан 13 йәшлек Алмаз Бикмәтов еңеү яуланы. “Солистар” номинацияһында 7 - 12 йәштәге яңғыҙ ҡурайсылар араһында 1-се урынға – Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан Динислам Шәһиев, 2-се урынға – Белорет ҡалаһынан Ғәлимов Айҙар, 3-сө урынға Өфө ҡалаһынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан Самир Латипов һәм Өфө ҡалаһының Халиҡ Заимов исемендәге 13-сө Балалар музыка мәктәбенән Данияр Мөхәмәтдинов лайыҡ булды. "Солистар" номинацияһында 13-17 йәштәге яңғыҙ ҡарйсылар араһында 1-се урынды – С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты Инсаф Ғәйнуллин, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Илһам Әхмәтйәнов, 2-се урынды – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) студенты Хәким Ғилманов һәм Нәжиб Асанбаев исемендәге Баҡалы район мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән Азамат Ханнанов, 3-сө урынды Өфө ҡалаһынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан Иҙел Мәзитов һәм Белорет ҡалаһының Балалар музыка мәктәбенән Салауат Сәйәхов яуланы. “Ансамблдәр” номинацияһында 1-се урынға – Учалы районының Иманғол ауылынан “Арғымаҡ” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, 2-се урынға – Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы “Толпар” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, 3-сө урынға Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан “Аҡбейек” ҡурайсылар ансамбле, Өфө ҡалаһынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашыусылар дипломдар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ҡурайсылар конкурсының баһалама комиссияһы рәйесе итеп Мөхәмәт Усман улы Түләбаевтың үҙен тәғәйенләгән ине. Шулай уҡ баһалама комиссияһында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыка башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Венер Рәжәп улы Йылҡыбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюри сәркәтибе Эльвира Искәндәр ҡыҙы Әхмәтйәнова, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыка башҡарыу һәм этномузыкалогия кафедраһы доценты, фольклор кабинеты мөдире, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәиз Вилдан улы Шәрипов эшләне. Рәмилә Мусина һәм vk.com/ukbelor фотолары.