Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

12 меңдән ашыу сир осрағын асыҡларға ярҙам иткән

2024 йылда Рәсәйҙә репродуктив сәләмәтлекте баһалау буйынса өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу старт алғайны. Ул репродуктив потенциалды ваҡытында билдәләргә, асыҡланған сирҙе дауаларға һәм йөклөлөккә һәм сабый тыуыуына әҙерләнергә ярҙам итә. –Демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте халыҡты һаҡлау принциптарына нигеҙләнә. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, шулай уҡ граждандарҙың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу яңы “Ғаилә” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу программаһы алты йыл дауамында барасаҡ һәм 18 йәштән 49 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙең 30 процентын тикшерергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. Диспансерлаштырыу ике этапта үтә. Йыл башынан диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын 413 476 кеше үткән, икенсеһен – 66 187 кеше. Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу барышында 20,5 мең сир осрағы асыҡланған, 12 меңгә яҡыны тәүге тапҡыр. Андрей Назаров Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғәриф һәм фән министрлыҡтарына, муниципалитеттар хакимиәттәренә хеҙмәт һәм студент коллективтары араһында репродуктив диспансерлаштырыуҙы үткәреү буйынса көстө тупларға саҡырҙы. 2024 йылдың 29 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы “Ғаилә” милли проектының эш башлаясағын белдерҙе.Иғтибар айырыуса ғаиләләрҙең ярлылығы менән көрәшкә йүнәлдереләсәк. Тәү сиратта был күп балалы ғаиләләргә ҡағыласаҡ. Президент күп балалы ғаиләләрҙең ил йәмғиәте тормошонда норма булырға тейешлеген билдәләне. “Ғаилә” милли проекты илдәге демографик хәл һәм матди ярҙамдың етешмәүе менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк. 2025 йылдың 1 ғинуарынан проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.Ул быйыл декабрҙә тамамланыусы “Демография” милли проектын дауам итә. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25718/