Сара 24 декабрҙә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә уҙҙы. Уны тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхимов алып барҙы. Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан баҫмаға Әнүәр Закир улының тормошона һәм ижадына арналған иҫтәлектәр, фотоһүрәттәр, ғалимдың Өфө тураһындағы мәҡәләләре һәм фәнни хеҙмәттәренең библиографияһы ингән. Күренекле ғалим Башҡортостан тарихын, башҡорт халҡының тормошон һәм көнкүрешен, республика һәм күрше төбәктәрҙәге ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тарихын ентекләп өйрәнде. 1990 – 2000 йылдарҙа Башҡортостан райондары ауылдары тарихын яҙап нәшер итте, был китаптарҙың тиражы 100 мең дананан артты, улар әле лә күптәрҙең, шул иҫәптән журналистарҙың, ҡулынан төшмәй. Башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында яҙған китаптары, Башҡортсотандың демографик үҫешенә арналған эҙләнеүҙәре тарихыбыҙҙың бығаса билдәле булмаған бик күп биттәрен асты. Әнүәр Әсфәндиәров юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙең авторы ла ине. Фән, белем биреү өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнгән. Шулай ҙа Әнүәр Закир улының эшмәкәрлегенә иң ҙур баһа – ул үҙе уҡытҡан студенттарҙың, хеҙмәттәштәренең һәм халыҡтың ихтирамылыр. V Әсфәндиәров уҡыуҙарында һәр кем остазы тураһында матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға ашыҡты. БР Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илһам Фәтҡуллин Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. – Әнүәр Закир улы һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә булды. Ғалим, педагог һәм тикшеренеүсе булараҡ, ул милли үҙаңды үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның монографиялар серияһы рәүешендә донъя күргән “Башҡортостан ауылдары һәм күрше биләмәләр тарихы” фундаменталь хеҙмәте тарих фәненең үҫешенә йоғонто яһап ҡына ҡалманы, республика халҡында илһөйәрлек тойғоһон да көсәйтте, – тиелә Килсенбаевтың сәләмләүендә. – Башҡортостанда йәшәгән башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм башҡа милләтте вәкилдәре лә, Пермь крайында, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләрендәге башҡа халыҡтар ҙа Әнүәр Закир улының хеҙмәттәрендә тыуған төйәгенең тарихы, танылған яҡташтары хаҡында мәғлүмәт таба ала. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина, тарих халыҡты ижад итә, ә ғалимдар уның бөтә серҙәрен аса, үткәнде хәҙерге һәм киләсәк менән бәйләй, тип иҫәпләй. – Әнүәр Закир улының тырышлығы менән бөгөн күптәребеҙ үҙенең нәҫел ағасын, тыуып үҫкән еренең тарихын белә. Бөгөн башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә үҙ шәжәрәһен төҙөй, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы матур йолаға әүерелде, – тип билдәләне Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. – Әнүәр Закир улы үҙен дә, халҡын да данлай алды һәм Ватан тарихы фәне йылъяҙмаһына үҙ исемен алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырҙы. Студенттары остаздарын, алсаҡ, атайҙарса хәстәрлекле булды, тарихи факттарҙы ентекле тикшерҙе һәм беҙҙе лә теүәллеккә өйрәтте, тип иҫкә алды. – Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Аҡманов, Марат Ҡолшәрипов кеүек остаздарыбыҙ фәнгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләне, биргән белемдәре беҙгә үҙ эшебеҙҙең оҫтаһы булырға ярҙам итте Күптәребеҙ тарихты өйрәнеү, мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәләрендә эшләй, – тине Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры Әминә Уразова Әнүәр Закир улы уҡыған лекцияларҙың конспекттарын әле лә ҡәҙерләп һайҡлай икән. “Остазымдың лекциялары материалды эҙмә-эҙлекле еткереү өлгөһө булып тора”, – тине ул. Әсфәндиәров уҡыуҙарына килеүселәрҙең күбеһе яңы китапты һатып алырға һәм Клара Миһран ҡыҙынан иҫтәлеккә ҡултамға ҡуйҙырырға ашыҡты. Әйткәндәй, китаптың тиражы – 1 000 дана. Был йыйынтыҡтың сығыуы билдәле тарихсының исемен мәңгелләштереү буйынса эштәрҙең башы булһын, артабан уның исеме Өфө урамдарының береһенә, мәктәпкә, музейға йә архивҡа бирелһен ине, тигән тәҡдимдәр яңғыраны. “Рәсәй империяһының милли төбәктәре: этносәйәси һәм социаль-иҡтисади тарих. V Әсфәндиәров уҡыуҙары” конференцияһын докладсыларҙың сығышы дауам итте. Докладтар нигеҙҙә Рәсәй империяһының милли биләмәлре тарихына арналды. Улар киләсәктә электрон китап рәүешендә баҫыласаҡ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.