Башҡортостанда 11 апрелгә тиклем “Иғтибар, балалар!” профилактик акцияһы бара.Мәктәп каникулдары алдынан һәм ваҡытында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәштәр менән иҫкәртеү эшенә айырыуса баҫым яһай. Ағымдағы йылдың ике айында республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 39 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 1 бала һәләк булған һәм 42-һе төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.
Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/r-smi-b-lek/2025-04-02/i-tibar-gend-balalar-4181422