Найти тему
Дина Гаврилова

Өс биҙрә араҡы

Перевод-Дамир Шарафутдинов

начало

на русском языке роман здесь

Катя Бубкова инәй төндө үлде. Йолаға ярашлы, Әлтүк ҡәйнәһен ерләргә он алып килде лә, йыйнау мәшәҡәттәренә күмелде.

– Икмәк һалайыҡ, балан бәлеше бешерербеҙ.

Ҡәйнә йортонда ул үҙен хужабикә итеп тота. Әҙ һүҙле Әлтүк барыһын да буйһондора белә. Утыҙҙы яңы уҙған Арина ғына ҡай саҡта тештәрен күрһәтеп ҡаршылашып ҡарай.

– Мин он бирмәйем! – тине ул, һары бөҙрә сәстәрен ҡара яулығына ҡыҫтырып. – Үҙебеҙ асығабыҙ!

– Йоланы беҙ уйлап сығармаған. Беҙ үлмәбеҙ, ә ҡәйнәне яҡшылап иҫкә алырға кәрәк.

– Һин генә ул, Әлтүк, паегыңды туҙҙыра алаһың. Байбисә!

– Бай шул. Һинең бер бала, ә миндә – дүртәү!

– Үҙең бер кило алаһың, ҡыҙың да шунса, хатта Пантелей ҙа утауҙа көнөнә ике йөҙ грамм эшләй. Ә миңә саҡ-саҡ эләгә! Имеш, эшем еңел!

Көнөнә алты йөҙ грамм он хаҡына көнө буйы бесән эшләп ҡараһындар ине. Мин бит һинең Полинкаң һымаҡ, йә анау Аннукилай, колхоз бейәһе түгел! Был йәш таналар бер кило он хаҡына тотош гектар майҙанды саба алалар!

– Устағы һөйәлдәр күренмәй шул! – Тип киленен ҡырҡа туҡтатты ла, Әлтүк ондо иләй башланы. Киленен йәлләй ул – йыуаш ҡына ла, тик ауырға төшә шул яңғыҙына.

– Һинеке нисек унда, яҙамы?

– Яҙа. Әллә нисә машинаһына бомба төшкән, ә үҙе тере ҡалған, – тип көлөмһөрәне Арина. Араларға шунда уҡ йылылыҡ инде. Бисәләр көнө буйы өйҙә мәж килде: ҡамыр баҫтылар, икмәк, бәлеш бешерҙеләр. Эш күп ине. Рәйсә мунса яҡты. Әсәһен йыуыр өсөн йүкәнән ҡабыҡ әҙерләне. Оҙон буйлы, йәшкелт күҙле, ҡуйы оҙон толомло, ынйы тешле Рәйсәгә күптәрҙең күҙе төшә, ләкин береһе лә һоратырға ҡыймай – бирнәһеҙ ҡыҙ кемгә кәрәк? Бындай һылыуҙы алып байығып булмай, матурлыҡ тишекте ямамай, хужалыҡты төҙәтмәй. Сыбар булһа ла, мөлкәтле булһын.

Ә бит ҡасан ғына Зубковтар бик бай инеләр. Григорий Зубков, Әлтүктең ҡайныһы, Япон һуғышынан герой булып ҡайтҡан. Ҡаһарманлығы өсөн батшанан алты мөйөшлө бура алған. Бейек нигеҙҙә йыуан бүрәнәләрҙән ҙур йорт күтәреп ултыртҡан. Ысын бай өйө ине ул. Баҙы таштан, ҡыйығы тимерҙән. Эстәге байлыҡты сит күҙҙәрҙән таш ҡойма ҡаплай. Хужа үлгәндән һуң хужалыҡ әкренләп бөлгөнлөккә төштө. Алты бала менән тол ҡалған Екатерина саҡ-саҡ осон-осҡа ялғап йәшәне.

Күрше әбейҙәр мәрхүмәне йыуып, кәфенләгән арала, Әлтүк хәтер кисе өсөн аш бешерҙе. Оҙон толомдарын билбауына ҡыҫтырып, алъяпҡыс быуып, еңдәрен һыҙғанып алған сибәр ҡатындан эске ҡөҙрәт һәм тышҡы ғорурлыҡ аңҡып тора ине.

Кискә табан йонсоған ҡарсыҡтар, тыныслана төшөп, табут янына ултырышты. Динсел Авдотья һалмаҡ көйлө тауышы менән доғалар уҡыны. Мария менән Валя күршеләре, һыйырҙарын һауып, өй эштәрен ослағас, берәр шәшке он тотоп, мәрхүмә менән бәхилләшергә килделәр. Ҡара кейемдәге Мария тағы ла нәҙегерәк күренә, сыуашса итеп ябынған ҡара яулығы, маңлайын ҡаплап, күҙҙәренә ҡырыҫлыҡ сырайы биреп, олоғайта төшкәндәй.

– Йомарт биремегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тип башын эйеп, Рәйсә уларға һурыңҡы еп тотторҙо. – Әсәйемә бөтә юлдар асыҡ булһын.

Күсереп килтерелгән ленинградкалар ҙа әбей менән хушлашырға керҙе.

– Катя апай бик изге кеше ине, – тип әҫәрләнеп һөйләне билен урындағы ҡатындарға оҡшатып бау менән быуып алған Галина. – Өс ғаиләне йәшәргә алды. Уларҙы оло бүлмәгә индереп, үҙе мейес артында торҙо. Бында халыҡ һәйбәт, туғанлашып киттек инде. Мин бында ҡалырға ҡарар иттем. Колхоз өй бирҙе. Ике бала менән ҡайҙа китәйем мин? Өй юҡ, ирем һәләк булды.

Уның юлдашы мәрйә Таня шулай уҡ ауылда ҡалды. Ул сыуашса ярайһы уҡ һөйләшергә өйрәнгәйне инде.

– Мин дә бында ҡалам. Барар ерем юҡ. Ә халыҡ ихлас бында, ярҙамсыл.

– Ул бахырҙар бит, бында, Башҡортостанда, йәшәү яҡшы, тормош туҡ тип уйлаған, – Рәйсә уйсан көлөмһөрәне.

– Меҫкендәр, өй беренсә йөрөп, кейем-һалымдарын һөт менән йомортҡаға алыштырып йөрөнөләр, – тип хәтерләне Әлтүк. – Леля бер тапҡыр миңә килде. Бәләкәс ҡыҙыңа күлдәк ал, ти. Шундай матур, зәңгәр сатин, аҡ борсаҡлы. Ә үҙе итәген тартҡылай. Серек булып сыҡты күлдәк – йыртылды ла китте.

– Ҡаланыҡыларға аҙыҡ паегы бирә инеләр бит, – Арина ҡыҙыуыраҡ өндәште. – Колхоз баҡсаһынан йәшелсә алырға рөхсәт иттеләр, ә үҙебеҙҙекеләргә – кукиш!

– Малайҙары беҙҙекеләр менән бергә тир түкте инде, – тип яҡлашырға ашыҡты Мария. – Ҡаланан булһалар ҙа, тырышып эшләнеләр! Сәмселдәр ине! Вадимға ун биш йәш тә юҡ ине әле.

– Ә ҡалай матур йырлай ине ул! Уйындар ҡорҙо. Малай ғына ине ләһә. Ярты йыл да үтмәне, һуғышҡа алып киттеләр…

Табут артындағы бисәләр талғын әңгәмәләр алып барҙылар, мәрхүмәне иҫкә алдылар, уның ире Григорийҙы иҫкә төшөрҙөләр

– Зубковтар һәр ваҡыт тырыш булдылар, шуға етеш йәшәнеләр, – тип ғорурланып әйтте Рәйсә. – Ауылда абруйҙары ҙур булды. Ирҙәре уңған, ҡаты ҡуллы инеләр. Был яҡтарҙа мәңге баҡса булмаған, ә улар иң беренсе булып алма, ҡарағат үҫтерә башланылар.

– Йылғаны быуып, тирмә ҡорҙолар, – тип дауам итте Әлтүк. – Он тарттырырға бөтә яҡтан килә торғайнылар.

– Олатайҙың быуаһында һыу инә торғайныҡ, ярҙағы талдар араһына боҫоп ҡына, – тип хәтерләне Рәйсә.

– Ҡәйнәмде иҫкә алырға бер ни ҙә юҡ, – тип элекке муллыҡты иҫләп ултырған әхирәттәренә йәне көйөп китте Аринаның.

– Ямғырҙан һуң Хоҙай ҡояш ебәрә ул, – тип ауыр һулап урынынан күтәрелде арыған Әлтүк.

Ҡапыл тәҙрәгә шаҡынылар. Ят тауыштар ишетелде, ирҙәрҙеке буғай.

– Әй, хужалар, төнәп сығырға индерегеҙ әле! – тип татарса ҡысҡырҙылар тыштан. – Ауылда дөм ҡараңғы, һеҙҙең тәҙрәләрҙә генә ут бар. Аттарыбыҙ йонсоған. Насар юлдан төн йөҙөндә йөрөгө килмәй.

– Беҙ мәйет һаҡлап ултырабыҙ. Ҡурҡмайһығыҙмы? – тип һорау менән яуапланы Әлтүк.

– Мәйет янында ғына түгел, улар өҫтөндә лә ятҡан бар, – булды яуап.

– Әләйһә, рәхим итегеҙ, – тип ҡатын ҡапҡа асырға сыҡты. Ирҙәр аттарын туғарып, алдына әҙерәк бесән ташлап, өйгә инделәр.

– Кем булаһығыҙ? – тип уларға, бигерәк тә йәшерәгенә иғтибар итте кейәүҙә булмаған Рәйсә. – Ҡайҙа китеп барыш?

– Беҙ дәүләт кешеләре, Бәләбәйҙән Яңы Васильевкаға араҡы алып барабыҙ, – тип ысҡындырҙы йәш егет, сибәр ҡыҙға һоҡланып ҡарап. Әлтүк менән Мария серле генә ҡарашып ҡуйҙы.

– Мария, әйҙә уларҙы ҡауыштырайыҡ, – тип әхирәтенең ҡолағына бышылданы Әлтүк.

– Тороп тор, бында икенсе эш сығып тора, – тип хәйләкәр яуапланы уныһы.

Ирҙәрҙең ныҡлы хырылдау тауышын ишеткәс, ҡатындар берәм-берәм тышҡа йүнәлде.

– Рәйсә, һин шишмәгә һыуға йүгер, ә һин, Мария, биҙрәләр килтер! – тип бойорҙо Әлтүк. Һауыттар етмәҫ…

Биҙрәләр килгәс, ул кәрәсин шәме менән мискәне яҡтыртып, ағас бөкөһөн тартып сығарҙы. Ишеккә шикләнеп кенә ҡарап, улар мискәнән өс биҙрә шыйыҡса ҡойоп алдылар ҙа, урынына һыу ҡойҙолар. Һәр береһенә берәр биҙрә тейҙе.

– Хәҙер бер ревизор ҙа бәйләнә алмаясаҡ, – тип еңел һуланы Әлтүк, мискәне сепрәк менән таҫлап һөртөп. – Ҡәйнәм изге эштәре өсөн лайыҡлы ерләүгә лә хоҡуҡлы!

– Кемгә нимә тейешлеген өҫтә лә күреп торалар ул…

Эштәрен тамамлап, улар тағы ла табут тирәләй ултырыштылар. Таң менән саҡырылмаған ҡунаҡтар китеп барҙы. Ә бисәләр ҡабат үҙ мәшәҡәттәренә сумды. Зыяратта Рәйсә әсәһе менән күҙ йәштәрен тыя алмай хушлашты. Аҡ кәфенгә ҡара ер һипте:

– Ерҙән сыҡҡанһың, ер булып ят.

Уларҙы өйҙә бер биҙрә һыу һәм таҫтамал менән ҡаршылап, мунсаға ебәреп торҙолар. Мунсанан һуң халыҡ өҫтәл артына йыйылды. Мәрхүмәне туҡмаслы аш, картуф, баланлы бәлеш менән иҫкә алдылар.

– Татарҙарҙа ҡатын-ҡыҙ зыяратҡа йөрөмәй, – тип һөйләне барыһын да белгән Трифон ҡарт. – Урыҫтар күмгәндән һуң ут аша һикерә, ә сыуаштар ен-шайтандан мунсала арына.

– Атайым һөйләй торғайны, – Әлтүк халыҡҡа араҡы ҡойоп таратты. – Ярман һуғышында беҙҙең һалдаттар әсиргә эләккән. Араларында урыҫтар, мордва, сыуаштар һәм бер татар ҙа бар икән. Уларҙы баҙға бикләгәндәр. Һыу ҙа, ут та юҡ. Бер көн ултыралар былар, ике көн. Үлемгә әҙерләнәләр. Диндарҙар суҡына, башы менән бәргеләнә, бил бөгөп уҡыналар, ти. Ҡапыл ишек асылып китә лә, аҡтан кейенгән ҡатын пәйҙә була. Әйтә була был:” Уландарым минең, һәр кем үҙ юлығыҙҙа булығыҙ”. Татар өйөнә ҡайта ла, христиан динен ҡабул итә. “Урыҫ Аллаһы иң көслөһө!” – тип әйткән булыр…

-2

– Араҡы ҡайҙан бында? – Арина килене Әлтүккә ғәжәпләнеп ҡараны. – Уның тәмен дә онотоп бөткәнбеҙ бит?

– Хоҙай әсәйебеҙҙе хөрмәтләп оҙатырға ҡушты, – тип хәйләкәр генә күҙ ҡыҫты Рәйсә.

Читать другие произведения:

как жених невесту перед свадьбой проверял

Варька

Ведьма

Про свадьбу, похороны и покойницу

Павел

Шурка

Бедная-бедная Лиза

Утопленница

ДРУГИЕ ПРОИЗВЕДЕНИЯ